Эстәлеккә күсергә

Миләш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мышар битенән йүнәлтелде)
Миләш
Миләш
Миләш емеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Роза сәскәлеләр
Ғаилә: Раузалар
Суб-ғаилә: Алма һымаҡтар
Ырыу: Миләш
Латинса исеме
Sorbus L.
ITIS 25318
NCBI 23222
Миләш

Миләш (шулай уҡ мышар, лат. Sorbus)— ағас, йәки ҡыуаҡ. Төрө миләштәр төркөмөнән, розалар ғаиләһенән.

Таралыуы һәм мөхит

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таралыу арауығы — бөтә Европа тиерлек, Алғы Азия, Кавказ, хатта Алыҫ Төньяҡҡа тиклем барып еткән, ә тауҙарҙа өҫкө үҫемлектәр донъяһының сигенәсә үҫә. Иң бейек ерҙәрҙә ҡыуаҡлыҡтарға әүерелә. Рәсәй сиктәрендә Европа өлөшөндә һәм Төньяҡ Кавказда урмандарҙа, урманлы далаларҙа таралған. Айырым һәм шулай уҡ тотош шырлыҡтар булып үҫә. Урман алдарында, ылыҫлы, ҡатнаш һәм бик һирәк япраҡлы урмандарҙа осрай. Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһын да үҙ итә. Ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙам, ҡараңғы, күләгәле урындарҙа ла үҫә.

12 метрғаса етә (ғәҙәттә 5—10 м). Олоно түңәрәк. Йәш һабаҡтары һоро –ҡыҙыл төҫтә, һалынып тора.Өлкән ағастарҙың ҡайырыһы шыма, ялтыр, төҫө һоро—көрән йәки һары—һорғолт. Бөрөләре кейеҙ һымаҡ, йомшаҡ. Япраҡтары 20 см-ғаса прһыҙ ҡауырһын һымаҡ, 7-15 япраҡсанан ғибәрәт. Улар сиратлашып тора. ланцетлы һәм һуҙынҡы, осланған, ситтәре тешле, аҫҡы өлөштә бысҡы һымаҡ. Төҫө өҫтә тоноҡ йәшел, аҫ яғында төҫһөҙөрәк. Көҙ көнө алтынһыу һәм ҡып - ҡыҙыл төҫкә керә.

Дауаланыу өсөн миләштең емеше ҡулланыла. Уның составында төрлө биологик актив матдәләр: каротин,С, Р,В, РР витаминдары, алма, сорбин кислоталары, шәкәр, гликозид, флавонноидтар һ.б. бар.

1. Кеше ябыҡҡанда, ҡаны аҙайғанда, ашҡаҙандың әселеге түбәнәйгәндә, бөйөр, үт ҡыуығы шешкәндә, берәй ағзанан(ашҡаҙандан, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килгәндә миләш емешенең һутын эсәләр.

Сеймал йыйыу һәм әҙерләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миләш емеше ҡырау төшкәс йыйыла һәм мейестә киптерелә. Унда температура 50-60 градустан артырға тейеш түгел Ғәҙәттәгесә һаҡлана.


1. Төнәтмә: 2 аш ҡалағы ваҡланған емеште 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға. Көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынҡа ярты стакан эсергә.

2. Сәй һымаҡ бешереп тә эсергә мөмкин.

Миләш башҡорт көнкүрешендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа миләш ағасы бер илаһи көскә эйә тип иҫәпләгәндәр. Унан мунсаҡтар эшләгәндәр. Балаға күҙ теймәһен өсөн, башлығына миләштән “Һаҡлағыс” (оберег) эшләп ҡуйғандар. Өйҙә яман көстәр булмаһын өсөн, миләш ботағын емештәре менән ишек башына элгәндәр. Миләште өй эргәһенә ултыртыу ҙа йорт тирә яғын яман көстәрҙән һаҡлаған.

Миләш уңған йылы көҙ ямғырлы булыр.