Эстәлеккә күсергә

Яһилиәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Яһилиәт (ғәр. جاهلية‎; рус. Джахилия) — ислам динен ҡабул иткәнгә тиклемге тәүтормош тупаҫлығы һәм әҙәпһеҙлеге билдәләмәһе. Киң мәғәнәлә — «тәбиғи хәл» аналогы: законһыҙлыҡ һәм рәхимһеҙлек.

Харлампий Барановтың ғәрәп-рус һүҙлегендә ғәр. جاهلية(Яһилиәт) һүҙенең ошондай мәғәнәләре бирелә : 1) наҙанлыҡ; 2) мәжүсилек; ғәр. الجاهلية‎ йәки ғәр. الجهلاء‎ — исламға тиклемге дәүер.

Исламға тиклемге ғәрәптәрҙә[1] ҡунаҡсыллыҡ, килешеүгә тоғролоҡ ҙур хөрмәт ҡаҙанған. Исламға тиклемге йәмғиәттең примитив сифаттары араһында түбәндәгеләрҙе билдәләргә мөмкин[1]: ҡон ҡайтарыу; ҡайһы берҙә ата-әсәләре аҫрай алмам тип ҡурҡып, яңы тыуған ҡыҙҙарҙы тереләй күмеп ҡуйған.

Ислам иңгәс, Аллаһы Тәғәлә яңы тыуған сабыйҙарҙы үлтереүҙе тыйған аяттар ебәрә:

Фәҡирлектән ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ, беҙ уларҙы ла, һеҙҙе лә туйындырабыҙ, ысынлап та, уларҙы үлтереү ҙур гонаһ!"(Сүрә әл-Исра, аят 31).

«Тереләй күмелгәндән уны ниндәй гонаһтары өсөн үлтереүҙәрен һорарҙар» (әт-Тәкүир сүрәһе, 8-9).[2]

Шуның менән тәртипһеҙ тормош, наҙанлыҡ юҡҡа сығарыла. Яһилиәт тар-мар ителә.

Яһил (ғәр. جَاهِلٌ‎ — тупаҫ, ҡырағай, наҙан; рус. Джахиль) — яһилиәт осоронда йәшәгән кешеләрҙе атаған термин. Урта быуат ислам дине белгесе Ибн Тәймиә, моғайын, заманының мосолман йәмғиәтендә диндән ситкә китеүселәрҙе һүрәтләү өсөн «яһил» терминын ҡулланған беренсе кеше булғандыр.[3]

  1. 1,0 1,1 Жизнь Мухаммеда, 1990
  2. Джахилия. Жестокость арабов до Ислама (рус.). SUNNA.SU (18 июнь 2021). Дата обращения: 24 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года. 2021 йыл 24 июнь архивланған.
  3. ibn Taymiyya: al-Wasaiyyah as-Sughraa in Majmu' al-Fatawa