Иртидәд
Иртидәд | |
Менән бәйләнештә | Qlapsk Islam[d] |
---|---|
Иртидәд Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Иртидәд (ғәр. ارتداد — мөртәтлек, бер хәлдән икенсеһенә күсеү; рус. Иртида́д) — Ислам диненән ситләшеү — иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Иртидәд ҡылған кешене мөртәт тип йөрөтәләр.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диндән тайпылыштарға Аллаһы Тәғәләнең барлығын инҡар итеү, пәйғәмбәрҙәрҙе танымау, Ҡөрьән талап иткән йолаларҙы инҡар итеү, киләсәктә тоғролоҡһоҙ (кафыр) булырға теләү һ.б. ҡарай
Диндән ситләшеү ғәмәлгә ингән тип һаналһын өсөн ике шарт үтәлеүе мотлаҡ:
- дин тотоусы тулыһынса аңында булырға һәм аҡылы теүәл булырға тейеш.
- диндән китеүе тураһында хәбәр итеүе мәжбүри рәүештә яһалырға тейеш түгел.
Мосолман хоҡуҡ белгестәре (фаҡиһтар), балиғ йәштәге мөртәт ир-егеттәр мотлаҡ язаға тарттырылырға тейеш, тип иҫәпләй. Мөртәт ҡатын-ҡыҙҙар ҡулға алынырға һәм ислам динен ҡабул итергә мәжбүр ителергә йә иһә, ирҙәр кеүек үк, язалап үлтерелергә тейеш.
Үлем язаһы алдынан диндән ситләшеүсегә исламға ҡайтырға тәҡдим итәләр, һәм кире ҡайтҡан осраҡта был кеше төрмәнән азат ителә. Әгәр ул баш тартһа, уға ҡарар ҡабул итеү һәм тәүбә итеү өсөн 3 көн бирелә[1].
Тәүге иртидәд
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң тәүге тапҡыр ҡайһы бер ғәрәп ҡәбиләләренең исламдан ситләшеүе күренеше була. Хаҡ хәлифә Әбү Бәкерҙең Ғәрәбстан ярымутрауының төрлө өлкәләренә хәрби экспедициялар ебәреүе исламдан ситләшкән ғәрәп ҡәбиләләрен Хәлифәт составына кире ҡайтарырға ярҙам итә[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 198
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Иртидад // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Пиотровский М. Б. ар-Ридда // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |