Эстәлеккә күсергә

Ғәзиз

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ғәзиз — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Ғәзиз исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, иң ҡәҙерле, ғәзиз; ҡеүәтле[1] тигәнде аңлата.

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (29 октябрь 1895 йыл — 10 июль 1938 йыл) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.

Мырҙағәлимов Ғәзиз Ғәбиҙулла улы (15 август 1923 йыл — 11 июнь 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, орудие командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).

Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (24 ғинуар 1951 йыл — 2 сентябрь 2011 йыл) — композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).

Ғәзизов Роберт Хәким улы (25 сентябрь 1939 йыл) — башҡорт совет (1995 йылдан Америка) композиторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 19781992 йылдарҙа Башҡортостандың Композиторҙар союзының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы (17 сентябрь 1946 йыл) — рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

Ғәзизова Зәйтүнә Сабир ҡыҙы (26 февраль 1937 йыл) — опера йырсыһы, 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).

Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы (25 июнь 1937 йыл — 4 февраль 2008 йыл) — химик-технолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған химигы.

Гүзәл һәм Юнир Ғәзизовтар — ирле-ҡатынлы, СССР-ҙың циркта эшләгән һауа гимнастары дуэты.

Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы (1920 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[2][3].

Ғәзизов Мостафа Шакир улы (5 октябрь 1923 йыл — 27 октябрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танк полкының разведка взводы уҡсыһы, командир ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы (аҙаҡтан гвардия капитаны). Башҡортостандан Дан орденының беренсе тулы кавалеры[4].

Ғәзиз (рус. Газиз) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы (1995 йылдан). Киров исемендәге колхоздың Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейы (19881995). Музей Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында урынлашҡан[5].

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты — Башҡортостандың Өфө ҡалаһындағы республика әһәмиәтендәге музыкаль гимназия-интернат.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ