Ғәзизова Зәйтүнә Сабир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәйтүнә Ғәзизова
Тыуған көнө

26 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (86 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Айыулы ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

опера йырсыһы

Наградалары һәм премиялары
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986)

Ғәзизова Зәйтүнә Сабир ҡыҙы (26 февраль 1937 йыл) — опера йырсыһы, 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылдың 26 февралендә Хәйбулла районы Айыулы ауылында тыуған.

1950—54 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп интернатын, 1962 йылда Өфө музыка училищеһын, 1969 йылда Урал дәүләт консерваторияһын (Свердловск ҡалаһы) тамамлай. 1962—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, 30 йылға яҡын (1968—1996) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы була. 1985 йылдарҙа 2-се музыка-педагогик колледжында балаларға белем бирә.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйтүнә Ғәзизованың ижади арсеналы бик бай. Ул Рәсәй һәм сит ил классиктарының, башҡорт композиторҙарының 50-нән ашыу опера партияларын оҫта башҡарып, тамашасы күңелен яуланы.

Улар араһында:

  • Эболи (Дж. Верди «Дон Карлос»)
  • Ольга (П. И. Чайковский «Евгений Онегин»)
  • Кончаковна (А. П. Бородин «Князь Игорь»)
  • Лаура (П. И. Чайковский, «Йоланта»)
  • Княгиня (А. С. Даргомыжский «Русалка»)
  • Полина (П. И. Чайковский «Пиковая дама»)
  • Сузуки (Дж. Пуччини «Чио Чио Сан»)
  • Зибель (Ш. Гуно «Фауст»)
  • Рихард Зоргеның әсәһе (Ю.Мейтус «Зорге»)
  • Варвара (К. Листов «Куба ҡыҙы»)
  • Көнбикә (З. Исмәғилев «Салауат Юлаев»)
  • Яубикә (З. Исмәғилев «Шәүрә»)
  • Ҡуйһылыу (З. Исмәғилев «Урал илселәре»)
  • Шәмсиә (З. Исмәғилев «Ҡоҙаса»)
  • Биржандың әсәһе (М. Түләбаев «Биржан и Сара»)
  • Зөһрә (Х. Әхмәтов «Замандаштар»)
  • Хаят и Яланбикә (Р. Мортазин «Дауыл»).

Бөтә илгә танылған опера йырсылары Тамара Милашкина, Борис Штоколов, Булат Минжилкиев, билдәле дирижерҙар Ярослав Вощак, Лев Морозовский, Равиль Мартынов, Илмар Лапиньш менән бергә эшләй.

Зәйтүнә Ғәзизова башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә: йырсының репертуарында тиҫтәләгән башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт композиторҙарының һирәк башҡарылған йырҙары иҫәпләнә. «Мелодия» Бөтә союз грампластинкалар фирмаһы тарафынан сығарылған «Башҡорт йырҙары» дискыһына (1972 й.) уның башҡарыуында бер нисә халыҡ йыры индерелгән. Зәйтүнә Сабир ҡыҙы кеше күңелдәренең ҡылдарын тирбәтерлек матур шиғырҙар ҙа ижад итә.

1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986).
  • Хеҙмәт ветераны (1997).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]