Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы
Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1988 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Яңы Мораптал |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Мораптал ауыл советы |
Бағышланған | Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы |
Майҙан | 109 квадрат метр |
Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы Викимилектә |
Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы (1995 йылдан), Киров исемендәге колхоздың Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейы (1988—1995) — музей. Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында урынлашҡан.[1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей 1988 йылда Киров колхозының Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейы исемендә асыла. Беренсе директоры Разиҡ Садыҡ улы Әбделмәнов — хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Мораптал ауыл Советы башҡарма комитеты рәйәсе. Музей Киров колхозы ҡарамағында була. Колхоз рәйесе Р. Ф. Абудуллин ҙур ярҙам күрһәтә.[2]
1995 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы музейға күренекле башҡорт йырсыһының исеме бирелә. Музей Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы статусын ала.
2006 йылда музей Көйөргәҙе районы Мораптал аулы Советы ауыл биләмәһе ҡарамағындағы үҙ аллы юридик шәхес итеп теркәлә. Директоры Ниғмәтуллина Әлфирә Салауат ҡыҙы.[3]
Музей директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1988—1991 — Разиҡ Садыҡ улы Әбделмәнов
- 1991—1992 — Радик Сәмиғулла улы Ағишев
- 1992—2000 — Рәүеф Абдулла улы Әбдрәшитов
- 2000—2008 — Лилиә Хәниф ҡыҙы Хисаметдинова (декрет ялы ваҡытында Рәйфә Ильяс ҡыҙы Абдуллина (2002—2004))
- 2008 йылдан Әлфирә Салауат ҡыҙы Ниғмәтуллина (декрет ялы ваҡытында Гөлназ Финират ҡыҙы Хәмитова (2013—2015))
Музей фонды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңғы билдәле мәғлүмәттәр буйынса Музей фондында 1700-ҙән күберәк экспонат иҫәпләнә[4]. Экспонттар өс тематик күргәҙмә залында урынлашҡан.
1-се зал — Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа бағышланған. Йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны. Ғәзиз Сәлих (Мөхәмәтсәлих) улы Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған. Залда Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тулы һынлы портреты, туғандарының һәм бергә эшләгән иптәштәренең фоторәсемдәре, опера афишалары һәм нота дәфтәрҙәре ҡуйылған.
2-се зал — Хәрби һәм Хеҙмәт даны залы. Йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Советтар Союзы Геройы Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡов , башҡорт шағиры, прозаик, драматург Баязит Бикбай, Киров исемендәге колхозы рәйесе Әфтәх Ғәти улы Ишмаев тураһында экспонаттар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштар, хеҙмәт алдынғылары тураһыда мәғлүмәттәр ҡуйылған.
3-сө зал — этнография залы. Был залда тарихи ҡомартҡылар, боронғо тәңкәләр, төрле республикаларҙың аҡсалары, ғәрәп яҙмаҙындағы китаптар, көнкүреш һәм хужалыҡ кәрәк–яраҡтары, төҙөлөш материаллары, туҡыу станогы һәм һуғылған балаҫтар, һөлгөләр, быйма баҫыу ҡулайламалары бар. Был залда интерактив күргәҙмә эшләй.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Яңы Морапталда Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы
-
Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы экспонаттары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Музей Газиза Альмухаметова получил грант Главы Башкирии на создание интерактивной выставки. 13 фев 2017. /ИА «Башинформ», Лейла Аралбаева/.
- ↑ Музейҙың юридик шәхес иҫәп карточкаһы
- ↑ Музей Газиза Альмухаметова получил грант Главы Башкирии на создание интерактивной выставки. 13 фев 2017. /ИА «Башинформ», Лейла Аралбаева/
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Вконтанкте» социаль селтәрендә Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы сәхифәһе
- Көйөргәҙе районының мәҙәниәт бүлеге сайтында Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы тураһында белешмә