Ғәзизов Мостафа Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәзизов Мостафа Шакир улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 5 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Муса ауылы, Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 27 октябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө танковые войска СССР[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Ғәзизов Мостафа Шакир улы (5 октябрь 1923 йыл27 октябрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танк полкының разведка взводы уҡсыһы, командир ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы (аҙаҡтан гвардия капитаны). Башҡортостандан Дан орденының беренсе тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мостафа Шакир улы Ғәзизов 1923 йылдың 5 октябрендә (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 15 октябрҙә) Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Яңы Муса ауылында тыуған. Татар. Ҡабаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, колхозда эшләй.

1942 йылдың мартынан Ҡыҙыл Армияла. Көнбайыш, Калинин, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында һуғыша (1-се гвардия танк армияһының 8-се гвардия механизацияланған корпусы, 21-се гвардия механизацияланған бригадаһы, 69-сы гвардия танк полкы). Дан орденының тулы кавалеры.

1950 йыл — кесе лейтенанттар курсын тамамлай.

1959 йылдан отставкала. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

2005 йылдың 27 октябрендә вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Военная история башкир. Энциклопедия. / гл. редактор А.З. Асфандияров — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, С. 135-136

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]