Салихтар
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Салих (ғәр. صالح — тәҡүә, игелекле — хаҡ диндар, тәҡүә мосолман, донъя малына ҙур әһәмиәт биреп бармаған кеше. Бындай кеше Аллаһы тәғәләнең һөйөүенә һәм ризалығына лайыҡ булырға тырыша[1]. Салихтың хаҡ тормошо башҡаларға өлгө булып тора[2].
Иерархия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандарҙың дини иерархияһында салих мөслимдән (мосолман), мөхсиндән (изге эштәр башҡарыусы) һәм мөьминдән (иман килтергән кешенән) юғарыраҡ тора. Тәҡүә кеше изге эшен башҡаларға күрһәтер өсөн түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн иман, тыйнаҡлыҡ һәм башҡа яҡшы сифаттар нигеҙендә башҡара[3].
Хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилем терминологияһында салих тип хәҙистәрҙе ышаныслы тапшырыусылар тип атала, улар «ялғансы» һәм «фальсификатор»ҙарҙан айырмалы рәүештә хәҙистәргә буталсыҡ индермәй. Салихҡа яҡын эквивалент — садук («хаҡ»)[4].
Ҡөрьәндәге салихтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәндә салих исеменә лайыҡ ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре телгә алына. Ҡайһы бер тәҡүә кешеләрҙең статусы (мәҫәлән,Зөлҡәрнәй (персонаж) , Лоҡман) мосолман дин белгестәре араһында бәхәс предметы булған. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы — пәйғәмбәр, икенселәре салихтар тип һанаған.
Ҡөрьәндәге салихтар | |||||
---|---|---|---|---|---|
№ | Исем | Ғәрәпсә яҙылыш | Библиялағы аналог | Ҡөрьәндә телгә алыу | Иҫкәрмә |
1 | Һауа | Ева | 1 | Әҙәмдең ҡатыны | |
2 | Зөлҡәрнәй | ذو القرنين | — | 3 тапҡыр | бөйөк батша, халыҡты Йәжүж менән Мәжүждән һаҡлаусы диуар төҙөгән. |
3 | Асия | آسية | Бисиах | 2 | Фирғәүен ҡатыны |
4 | Мариам | Мириам | 6 | Һарун менән Мусаның һеңлеһе | |
5 | Талут | طالوت | Саул | 2 | яугирҙәре менән Ялутҡа (Голиаф) ҡаршы сыға. |
6 | Ғөзәйер | عزير | Ездра | 1 | йәһүдтәр Аллаһтың улы тип иғлан иткән рухани |
7 | Лоҡман | لقمان | Валаам | 1 | боронғо аҡыл эйәһе |
8 | Ғимран | عمران | св. Иоаким | 3 | Мәрйәм Инәнең атаһы, Ғайса пәйғәмбәрҙең олатаһы |
9 | Мәрйәм Инә | مريم بنت عمران | Дева Мария | 7 | Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе, Ғимрандың ҡыҙы |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Салих . Умма. Дата обращения: 17 февраль 2014. Архивировано из оригинала 21 февраль 2014 года. 2014 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Кулагина, Анна Муфтий Украины о будущем ислама . Фонд исламского просвещения «WASAT» (8 август 2011). Дата обращения: 17 февраль 2014. Архивировано 22 октябрь 2014 года. 2014 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Encyclopaedia of Islam, 1960—2005
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [691 Салих (праведник)] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ṣāliḥ / Juynboll, G.H.A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)