Эстәлеккә күсергә

Фасиҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Фасиҡ (ғәр. فاسق‎, рус. Фасик) — исламдың төп талаптарын иҫәпкә алмаған выжданһыҙ һәм гонаһ эйәһе. Фасиҡтар исламдан баш тартҡан тип иҫәпләнмәй, әммә уларҙың ҡылыҡтары мосолман әхлағы күҙлегенән ярамаған тип һанала. Фасиҡтар тураһында Ҡөрьәндең бер нисә аятында әйтелә[1].

Үҙенсәлектәре

Фасиҡ гонаһ эшләй, әммә шул уҡ ваҡытта үҙенең ғәмәлдәре Шәриғәткә ҡаршы килә икәнлекте аңлай һәм быны инҡар итмәй. Сөнниҙәр бындай кешеләрҙе үҙҙәренең динһеҙлеге тураһында асыҡтан-асыҡ иғлан иткәнгә тиклем мосолман тип иҫәпләй. Хариджиттар уларҙы кафыр һәм үлгәндән һуң тамуҡҡа (йәһәннәм) эләгә тип иҫәпләгән. Мүтәзилдәр фасиҡтарҙы дин менән динһеҙлек араһындағы урынды биләй, тип һанаған (әл-мәнзиләтү бәйн әл-мәнзилятәйн)[2].

Хоҡуҡтары

Фасиктың үҙ милке менән эш иткәндә генә хоҡуғы бар. Уға никахҡа инергә һәм килешеүҙәр төҙөүгә рөхсәт ителә, әммә уның партнерҙары һәм клиенттары бөтә килешеүҙәрҙә һәм һүҙ ҡуйышыуҙарҙа шәһәҙәт әйтеп ант итеүҙе талап итергә хоҡуҡлы. Фасиҡтарҙы хакимиәткә һәм һайланған вазифаларға тәғәйенләмәйҙәр. Ул, әгәр васыятсы шулай теләй икән, мираҫ мәсьәләләрен хәл итеүсе, опекун һ. б. булыуы мөмкин[3]. Ислам хоҡуғында (фикһ) фасиҡтарҙың шаһитлыҡтары һәм күрһәтеүҙәре ғәмәлдә түгел тип һанала[2].

Тәүбә

Фасиҡ, башҡаса шулай иҫәпләнмәҫ өсөн, үҙен лайыҡлы мосолман итеп күрһәтеп, тәүбә итергә, кәффара ҡылып таҙарынырға, тәһәрәтләнерп йөрөргә тейеш[3]. Әгәр Аллаһ фасиҡтар ғәфү итмәһә, улар тамуҡҡа инер, әммә ғазаптар дәрәжәһе кафырҙарға ҡарағанда еңелерәк булыр[2].

  • Боголюбов А. С. Фасик // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 252. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. [808 Фасик] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).