Ҡарйәләр
Ҡарйәләр |
Ҡарйәләр (ғәр. أصحاب القرية (Әсхәб әл-Ҡарйә — «ауыл халҡы») йәки (ғәр. أهل أنطاكية (әһлү Антакиәтән) — «Антакья кешеләре») — Антакьяла (Антиохия) Аллаһтың рәсүлдәрен инҡар иткән ҙур булмаған ауыл кешеләре.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәнгә ярашлы, был халыҡҡа ике пәйғәмбәр, һуңынан тағы ла берәү ебәрелә. Пәйғәмбәрҙәр Аллаһ тарафынан ебәрелгәнен тип һөйләгәндә, ауыл халҡы уларҙы ялғанлауҙа ғәйепләй һәм таш бәреп туҡмарға янай башлайҙар. Был мәлдә ауыл ситенән бер ир килеп етә һәм халыҡты Аллаһҡа ышанырға, уның илселәрен тыңларға саҡыра. Яуап итеп, халыҡ был кешегә һөжүм итә һәм үлтерә, ә Аллаһ уны йәннәткә алыныуы тураһында хәбәр менән ҡыуандыра[1]. Ҡайһы бер дин белгестәре уны ғазап сигеүсе (мученик) тип иҫәпләй[2]. Бынан һуң Аллаһтың рәсүлдәре унан китергә мәжбүр була һәм Аллаһ торба тауышы менән ошо халыҡты юҡ итә[1][3].
Мөфәссирҙәр был тораманы Антиохияға тиңләштерә.
Ҡайһы бер мөфәссирҙәр, улар араһында Ибн Ҡасир ҙа, Антиохия менән тиңләштереүҙе кире ҡаға, быны ҡаланың емерелеүе тураһында тарихи мәғлүмәттәр булмауы менән аңлата[2]. Улар шулай уҡ, Ҡөрьәндәге «илселәр» термины һәр ваҡыт пәйғәмбәрҙәргә ҡарата, ә уларҙың уҡыусыларына түгел, әйтелә торған булған. Ҡайһы бер дин белгестәре Ҡөрьәндәге был тарихты Павел һәм Варнаваның Апостолдар тураһындағы вәғәзе менән бәйләй[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Асхаб аль-Карья // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).