Әл-Ясағ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әл-Ясағ
Рәсем
Зат ир-ат
Һөнәр төрө Пәйғәмбәрҙәр, пәйғәмбәр
 Әл-Ясағ Викимилектә

Әл-Ясағ, Әльясағ (ғәр. اليسع‎) — ислам пәйғәмбәре, Ильяс Пәйғәмбәрҙән һуң бәни Исраилгә ебәрелгән, Ильяс (Илия) пәйғәмбәрҙең уҡыусыһы. Елисей менән тиңләштерелә. Ҡөрьәндә ике тапҡыр телгә алына[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әл-Ясағ пәйғәмбәр Ильяс пәйғәмбәр һәм бәнү Исраил батшалары: Иорам, Иегу, Иоахаз һәм Иоас заманында йәшәгән. Ильяс үҙ халҡы тарафынан ҡыуылғандан һуң, башҡа йәһүд ҡәбиләләренә вәғәз һөйләй башлай, шуларҙың береһе уны ҡабул итә. Ильяс Әл-Ясағтың әсәһе йортонда туҡтала. Әсәһенең үтенесе буйынса Ильяс пәйғәмбәр уның шул ваҡытта ҡаты ауырыған улының һауығыуын һорап доға ҡыла, һәм АллаҺ уның балаһын һауыҡтыра. Һауыҡҡандан һуң Әл-Ясағ ғүмеренең аҙағына тиклем Ильяс пәйғәмбәрҙән айырылмай һәм уның етәкселегендә Тәүратты өйрәнә [1]. Ислам дине белгесе Ибн Ҡасир Елисейҙың атаһы яғынан генеалогияһын тикшерә һәм нәҫлен Һарунға (Аарон) тоташтыра[2].

Ильяс үлгәндән Һуң Әл-Ясағ пәйғәмбәр йәһүдтәрҙе Муса пәйғәмбәр ҡанундарына эйәрергә саҡырыуын дауам итә, әммә уны кире ҡағалар. Бәни Исраил ҡәбиләләре араһында тоҡанған үҙ-ара низағтар барышында улар көсһөҙләнә, был хәл ассирийҙарға ерҙәрен баҫып алырға мөмкинлек бирә һәм уларҙың күбеһе ҡоллоҡҡа алып кителә[1].

Әл-Ясағ мөғжизә ҡылыу һәләтенә эйә була[1].

Үлеме алдынан Әл-Ясағ үҙенең вариҫы итеп Зүлкәфилде тәғәйенләй [1]. Ҡәбере Әл-Ҡәтифә (Сәғүд Ғәрәбстанының көнсығыш провинцияһы) ҡалаһы янында Әл-Авджамда урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Али-заде, 2007
  2. Ибн Касир, История аль-Яса // Истории пророков.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Альяса // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).