Әллат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әллат
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Алла ... ҡарай Арабская мифология[d]
 Әллат Викимилектә

Әллат, әл-Лат (ғәр. اللاتалиһә, йәһ. אלה, אלת-היםалиһә) — боронғо ғәрәптәрҙә [1] и шумерҙарҙа[2] күк һәм ямғыр алиһәһе .[1]

Халдейҙарҙа Аллат (Эллат) — ер аҫты батшалығы батшабикәһе[3]. Шумерҙарҙа Эрешкигаль менән тиңләштерелә.

Әллат ғәрәптәрҙә исламға тиклемге осорҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо грек тарихсыһы Геродот раҫлауынса, Әллат һәм Дионис ғәрәптәрҙә мосолман дәүеренәсә берҙән-бер хөрмәтле илаһтар булған[4].

Ҡөрьәндә Әллат Мәнәт һәм әл-Ғүззә менән бергә телгә алына (Ҡөрьән, 53:19). Таифтағы Әл-Лат һынташы Мөхәммәт Пәйғәмбәр бойороғо буйынса юҡ ителгән. Ләкин ул был биләмәлә һунар итеүҙе һәм ағас ҡырҡыуҙы тыйған.

Исламда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш шәрҡиәтселәре фаразлауынса[5], ислам иңә генә башлағанда Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡорайыштар менән солох төҙөр өсөн Әл-Латты үҙенең пантеонына Аллаһтың ҡатыны (йәки ҡыҙы) итеп индерергә мәжбүр булған, ләкин һуңғараҡ, ислам нығыныу менән, уның һынташы емертелгән, ә сатыры яндырылған[6]. Хәҙерге мосолман ортодоксаль дин белгестәре Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Әл-Латты ислам пантеонына индереү мөмкинлеген кире ҡаға.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Пиотровский, Прозоров, 1988
  2. Turner, Coulter, 2001
  3. «A History Of Art In Chaldæa & Assyria» Georges Perrot, Professor in The Faculty of Letters, Paris; Member of The Institute, and Charles Chipiez. New York, 1884.
  4. Геродот, История, том 1 (инг.) на сайте Проект Гутенберг
  5. al-Lāt / Fahd, T. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  6. Пиотровский, Прозоров, 1988, В пантеонах арабов Сирийской пустыни Аллат — женская параллель Аллаха, его супруга и мать богов, в Центральной Аравии — дочь Аллаха. [...] Поначалу Мухаммед признавал божественную природу Аллат, но впоследствии отверг это (53:19—23), с. 31

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]