Эстәлеккә күсергә

Пальмира

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пальмира
Рәсем
Культура Боронғо Греция
Дәүләт  Сүриә[1]
Административ үҙәге Пальмирское царство[d]
Административ-территориаль берәмек Тадмор[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Сирийская пустыня[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1929
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 1640 гектар,
16 800 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d][2], (ii)[d][2] һәм (iv)[d][2]
Карта
 Пальмира Викимилектә

Пальмира (грек. Παλμύρα, арам. ܬܕܡܘܪܬܐ, Тадморте; йәһ. תַּדְמוֹרТадмор; әрм. Արմավուտ Армавут; ғәр. تدمرТадмор «пальмалар ҡалаһы») — антик осор ахырының иң бай ҡалаларының береһе (ғәҙәттә беҙҙең эраның III—VI быуаттары менән сикләнә), Сүриә сүллеге оазистарының береһендә, Дамаск менән Евфрат араһында, беренсеһенән төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 240 километрҙа, икенсеһенән 140 километрҙа урынлашҡан. Пальмира ҡалаһын Митанни батшаһы Кирта I беҙҙең эраға тиклем 1500 йылда арамдарҙың барымталарынан һаҡланыу ҡәлғәһе сифатында нигеҙләгән.

Сүриә сүллеген кискән каруандар өсөн туҡталҡа булараҡ барлыҡҡа килә. Пальмираға «сүллек кәләше» тигән ҡушамат бирелә. Зенобия Пальмира батшалығының иң данлыҡлы, иң ҡеүәтле хакимәһе була.

Әле Пальмира урынында — Сүриәнең бер ауылы һәм Боронғо Рим архитектураһына ҡараған мәғрүр ҡоролмаларҙың харабалары. Улар ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Боронғо ҡаланың төп урамында колоннадалар һәм монументаль аркалар теҙелгән. Иң әһәмиәтле ҡоролмалар иҫәбендә — Бәғел ҡорамы (I быуат), Бәғелшамин ҡорамы (II быуат), агора (III быуат), театр менән йәмәғәт үҙәге һәм каруанһарай[3]. 2015 йылдың майында Пальмираның ИГИЛ боевиктары тарафынан баҫып алыныуы һөҙөмтәһендә ҡомартҡылар талана, емертелә.

2016 йылдың 27 мартында Сүриә армияһы Рәсәй Хәрби Космос Көстәре ярҙамында Пальмираны азат итте. Сүриәнең Дәүләт ҡомартҡыларын һаҡлау агентлығы белдереүенсә, Сүриә армияһы боронғо ҡаланың ҡомартҡыларына зыян килтермәгән.

Ҡомартҡыларҙы тергеҙеү эше апрелдә башлана. Белгестәр ике ғибәҙәтхананы, Монументаль арканы һәм манара рәүешле төрбәләрҙе аяҡҡа баҫтырырға йыйына. Пальмираны тергеҙеү планы өс этаптан тора. Беренсе этапта ҡолап барған биналарҙы терәтеп сығыу, икенсеһендә  — күпселек ҡомартҡыларҙы реставрациялау, өсөнсөһөндә террористар тарафынан тулыһынса емертелгән Бел һәм Бәғелшамин ҡорамдарын ҡабаттан төҙөү ҡарала.

2017 йылдың ғинуарында, Пальмираны 2016 йылдың декабрендә ҡабат баҫып алғандан һуң, Ислам дәүләте һуғышсылары амфитеатрҙың үҙәк өлөшөн емертә.

2017 йылдың 2 мартында Пальмира Сүриә хөкүмәте контроле аҫтына ҡайтарыла.

Пальмира хөрмәтенә АҠШ-тың бер нисә ҡалаһы атала. Санкт-Петербургты поэтиклаштырып — Төньяҡ Пальмира, ә Одессаны  Көньяҡ Пальмира тип йөрөтәләр.

2018 йылдың авгусында Сүриә хөкүмәте ҡаланың емертелгән өлөштәрен 2019 йылдың июленә тергеҙергә йыйыныуын белдерә.

Пальмираны хуррит батшаһы Кирта нигеҙләй, емерелгәндән һуң уны ассирийҙар һәм римлылар тергеҙә. Тадмор тураһындағы иң борондағы телгә алыу беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтың 1-се яртыһына ҡарай (Каппадокия таҡтасыҡтарында һәм Мари документтарында). Беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡ аҙағында Пальмираны ассирийҙар емерә, беҙҙең эраға тиклем Х быуатта (?), Библияға һәм Иосиф Флавийға ярашлы, Пальмираны Исраил батшаһы Сөләймән Евфрат йылғаһына тиклем йәйрәп ятҡан биләмәләрен арами ордалары һөжүменән һаҡланыу ҡәлғәһе итеп нигеҙләй. Навуходоносор II, Иерусалимға һөжүм иткәндә, Пальмираны талай, әммә тиҙҙән, Урта диңгеҙ менән Евфрат үҙәне араһындағы бик ҡулай урында ултырған ҡала ҡабат төҙөлә һәм Көнсығыш менән Көнбайыш араһында йөрөп торған каруандарҙың туҡталҡаһына һәм келәттәр үҙәгенә әүерелә. Бында Пальмирена дәүләтенең баш ҡалаһы урынлаша, дәүләттең үҙ хакимдары, сенаты һәм халыҡ йыйылышы була[4]. Археологтарҙың һуңғы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Пальмира хуррит батшаһы Тукриша тарафынан нигеҙләнгән.

Иҫке Ғәһед, 3-сө Батшалар китабы, 9-сы бүлек:

16 Мысыр батшаһы фирғәүен Ғәзергә килде һәм уны алды, яндырҙы, ҡалала йәшәгән Хананиҙарҙы ҡыйратты һәм уны ҡыҙына, Сөләймәндең ҡатынына, бирнә итеп бирҙе. (Ғәзер йәки Гезер Сөләймәнгә тапшырыла).

17 Сөләймән Ғәзерҙе һәм түбәнге Бефоронды, (ҡәлғә ҡалалар төҙөү)

18 һәм Ваалаф менән сүлдәге Тадморҙы төҙөнө. (Ләкин беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡтарҙа был оазис әһәмиәтле булмай, тап Сөләймән осоронда бында ҡала һалына).

Римлылар парфиялылар менән һуғыш ваҡытында (41 йылда) Пальмираны алырға тырыша, әммә ниәттәре барып сыҡмай. Траян осоронда ул Рим ғәскәрҙәре тарафынан тотош емертелә, ләкин Адриан уны тергеҙә һәм Адрианополь тигән исем ҡуша, хакимдарына күпмелер кимәлдә иреклелек бирә, шул рәүешле уларҙы парфиялылар менән берләшеүҙән араларға уйлай. Каракалл ваҡытында (беҙҙең эраның 212 йылы тирәһе) Пальмира Рим колонияһы тип иғлан ителә, juris italici тип аталған өҫтөнлөктәр бирелә (йәғни хоҡуҡтары Италияның үҙендә булған колонияларҙың хоҡуҡтары менән тигеҙ була) һәм ошо урында уҡ тыуған сенатор Септимий Оденат идараһы аҫтына тапшырыла. Әммә ул Римға ҡаршы ихтилал күтәрә һәм Руфин тигән берәү тарафынан үлтерелә[4].

Оденаттың мираҫын уның улы Гайран ала, тиҙҙән вафат була. Вариҫлыҡты шулай уҡ Оденат исемле икенсе улы ала, фарсылар менән һуғышта ул римлылар яғында була, рәхмәт йөҙөнән уға Валериан менән Галлиен тарафынан 258 йылда consularis (консул рангындағы губернатор) титулы бирелә. Был титул менән ҡәнәғәт булмайынса ул, Валериан фарсыларға әсирлеккә эләккәс, үҙен «батшаларҙың батшаһы» тип иғлан итә (260 йылда)[4].

Зенобия батшабикәнең яҙмаһы

Фарсыларҙы еңгәндән һуң Оденат ағаһының улы Меоний тарафынан үлтерелә (267 йылда), Пальмира тәхетенә уның ҡатыны Зенобия ултыра, ул дәүләттең сиктәрен киңәйтә, хатта Римдың үҙен буйһондороға хыяллана. Ул хакимлыҡ иткән йылдарҙа Пальмира мул һәм бай ҡалаға әүерелә, әммә был ҡыҫҡа ваҡытлы хөрлөк була[4].

Император Аврелиан 273 йылда Пальмираны ҡолата; Зенобияны әсирлеккә ала, баш ҡаланы, талай, биләмәләрен Рим империяһының провинцияһына әйләндерә. Диоклетиан, унан һуң Юстиниан ҡаланы тергеҙергә тырыша, әммә уның сағыу күркәмлеген ҡайтара алмай. Ниһайәт, 744 йылда ғәрәптәр тарафынан тағы бер ҡыйратылғандан һуң, ул әкренләп бәләкә бер ауыл булып ҡала[4]. Уның эргәһендәге ҡалҡыулыҡҡа XVI быуатта Фәхретдин II үҙенең һарайын төҙөтә.

Пальмираның Ислам дәүләте ғәскәре тарафынан алыныуы (2015 йылдың майы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сүриә территорияһында 2012 йылдан алып өҙлөкһөҙ дауам иткән хәрби хәрәкәттәр арҡаһында, бер нисә йөҙ ҡомартҡы Пальмиранан алып сығылһа ла, күсереп булмай торғандары тороп ҡала.

2015 йылдың 20 майында Ислам дәүләте террористик ойошмаһы Пальмираның барлыҡ территорияһын тиерлек үҙ контроле аҫтына ала, шунлыҡтан Ираҡ территорияһындағы архитектура ҡомартҡылары боевиктар тарафынан емертелгән кеүек, Пальмиралағыларға ла зыян килтерелер тигән хәүеф тыуҙы . Бер айҙан боевиктар мәҙәни мираҫты емерә башлай: 27 июндә «Аллат арыҫлан» тигән статуя ҡолатыла[5], 23 августа Бәғелшамин ҡорамы шартлатыла[6]. Боевиктар Пальмираны һаҡлаусыны, билдәле Сүриә археологы 82 йәшлек Халед әл-Асаадты аҫа. 2015 йылдың 30 авгусында исламсылар Бэла ҡорамын емертә. Космостан төшөрөп алынған фотолар был фактты дәлилләй. ЮНЕСКО-ла ошо вәхшилекте ғәйепләп сығыш яһайҙар. 4 сентябрҙә Төрбәләр үҙәнендә бай ғаиләләр өсөн Рим осоронда төҙөлгән һәм ярайһы уҡ яҡшы һаҡланған өс төрбә башняһы емертелә. Белгестәр раҫлауынса, террористар һатып булмағанды ғына юҡ итә. Улар «ҡара» археологтарға ҡомартҡылар эҙләргә рөхсәт итә, табылдыҡтарҙы ҡара баҙарҙа һата . 2015 йылдың 5 октябрендә боевиктар Боронғо Рим дәүеренә ҡараған Триумфаль арканы  — Пальмираның һәм антик Сүриәнең символын — шартлата[7][8].

Пальмираны азат итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың 9 мартынан Рәсәй Хәрби космос көстәре Пальмира эргәһендә Ислам дәүләте террористары позицияларын һәм Ракканан Дейр-әз-Зорҙан юлға сыҡҡан конвойҙы һауанан утҡа тота. 12 мартҡа 100-ҙән ашыу террорист юҡ ителә.

13 мартта Рәсәй Һауа космос көстәре ярҙамында Сүриә армияһы Пальмираны азат итеү операцияһын башлай. Пальмираны ҡотҡарыуҙа Сүриә хөкүмәт ғәскәрҙәре, Сүриәнең «Сүл ыласындары» спецназы, Иран һәм Ливан доброволецтары, шулай уҡ Рәсәй спецназы көстәре ҡатнаша.

23 мартта Сүриә армияһы Пальмираны штрумлауға күсә. Ошо уҡ көндө Сүриә хөкүмәте ғәскәрҙәре Пальмираның тарихи өлөшөн Ислам дәүләте террористарынан аза итә. Пальмира үҙе Сүриә армияһының утлы контроле аҫтына алына.

25 мартта Сүриә армияһы Пальмира өҫтөндә ҡалҡып торған Фәхретдин һарайын ала. Ҡаланан көньяҡ-көнбайышта «Семирамис» ҡунаҡхана комплексы менән ресторандар урынлашҡан ер, цитадель (ҡәлғә), некрополь үҙәне таҙартыла. 26 мартта боевиктар төркөмө Пальмираның төьяҡ ситенә сигенеүен дауам итә. Әммә көнбайышта ла, көнсығышта ла ҡаршылыҡ күрһәтеүен туҡтатмай. Пальмираның тарихи замогы башынан Сүриә хәрбиҙәре Ислам дәүләтенең ҡара флагын алып ташлай һәм яндыра. с

27 мартта Сүриә хөкүмәте армияһы Пальмираны Ислам дәүләте террористарынан тулыһынса азат итә. Ошо уҡ көндө Сүриә армияһының сапер подразделениелары Пальмира йорттарын һәм урамдарын миналарҙан таҙарта башлай. 28 мартта матбуғат саралары ( Россия-1 телеканалы) Пальмираның тулыһынса азат ителеүе тураһында хәбәр итә Ошо уҡ көндө, урындағы ваҡыт менән 15:00 сәғәттә, Пальмира уртаһында Сүриәнең дәүләт флагы күтәрелә.

Пальмира өсөн алыштар (2016, декабрь — 2017, март)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам дәүләте боевиктарының әүҙемлеге тураһындағы хәбәрҙәр 2016 йылдың 8 декабрендә ишетелә башлай. 9 декабрҙә һуғыш Пальмираға яҡынлаша, Ислам дәүләте боевиктары оборонаны өҙөр өсөн шәһит-мобилдәр (шартлатҡыслы машиналар) ҡуллана, шартлатҡыс тултырылған башняһыҙ танк ҡулланыуҙары тураһында ла хәбәрҙәр йөрөй. 8-9 декабрҙә Сүриә Хәрби һауа көстәре һәм Рәсәй Һауа космос көстәре һөжүмдәге боевиктарҙы һауанан утҡа тота һәм боевиктарҙың һөжүме туҡтатыла. 9 декабрҙә Рәсәй хәрбиҙәре, хөкүмәт ғәскәрҙәренең бер өлөшө, ҡала халҡының бер өлөшө Пальмиранан китә. 10 декабрҙә Ислам дәүләте боевиктарының һөжүме яңынан ҡуба, улар Пальмираның көнсығышындағы элеваторҙарҙы ала, 11 декабрҙә Пальмираны үҙ ҡарамағы аҫтына ала. 2016 йылдың 10-11 декабрендә Ислам дәүләтенең 4 меңләп боевигы төрлө яҡтан Тадморға һөжүм итә. Сүриә армияһы һәм ополчение ҡаланы ҡалдырырға мәжбүр була

Террористар Пальмираны 2016 йылдың 11 декабрендә үҙ контроле аҫтына ала, ә 12 декабрҙә көнбайыш йүнәлешендә һөжүмде дауам итә, тип хәбәр итә «Аль-Маздар[en]» ғәрәп баҫмаһы. Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, террористар шулай уҡ Пальмиранан көнбайыштағы әл-Байярат һәм әд-Давва тораҡ пунктарын һәм Хайян нефть ятҡылығын да ала. Пальмира урынлашҡан Хомс провинцияһы губернаторы Талал Барази әйтеүенсә, ҡала халҡының 80 проценты эвакуациялана[9].

Франция Рәсәйҙе Пальмираға һөжүм итеүҙә ғәйепләй. Эске эштәр министрлығы башлығы Жан-Марк Эро фекеренсә, Мәскәү Ислам дәүләте менән көрәшеүҙән иғтибарын ситкә ылыҡтыра .

Пальмира ҡолатылғас та уны азат итеү операцияһы башлана. 2017 йылдың 2 мартында Пальмира Рәсәй хәрби көстәре булышлығы менән Сүриә хөкүмәте ҡарамағына ҡайтарыла.

Антик осор баш ҡалаһының ҡалдыҡтары йыш булып торған ҡом бурандары ваҡытында ҡом аҫтында ҡала, ә өҫтә ҡалған биналарҙың материалын урындағы халыҡ үҙенә аласыҡтар төҙөү өсөн ҡуллана. Снғәт күҙлегенән ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ бөтә нәмә талана һәм эре ҡалаларға күсерелә, ә уларҙан донъя баш ҡалаларының музейҙарына юлыға. XII быуатта испан раввины Вениамин Пальмираға барып етә, әммә ул Бел илаһ ғибәҙәтханаһының олоғара ихатаһында урынлашҡан ауылды ғына күрә.

Икенсе тапҡыр Пальмира XVII быуаттың башында асыла, антик осор харабаларына итальян сәйәхәтсеһе Пьетро делла Валле юлыға. 1692 йылда бында инглиз пасторы Галифакс килә. Ул беренсе булып Пальмиралағы яҙыуҙарҙы күсереп ала, әммә уҡый алмай. 1678 йылда инглиз негоцианты Галифакс Пальмираның йәшеренеп ятҡан харабаларын таба; 17511753  йылдарҙа уларҙы Роберт Вуд менән Джеймс Докинс тикшерә һәм тасуирлай[4]. Археологик ҡаҙыныуҙар XIX быуат аҙағында башлана һәм әле булһа дауам итә. 2008 йылда археологтар Сүриәләге иү ҙур сиркәүҙең 47х27 метрлыҡ нигеҙен таба.

Харабалар көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай бер нисә ҡалҡыулыҡ итәгенән яҡынса 3 километр оҙонлоҡтағы өҙлөкһөҙ рәт булып һуҙыла. Улар төрлө дәүергә ҡараған ҡоролмаларҙың ҡалдыҡтарынан тора. Антик осор ахырына ҡараған харабаларҙа коринф ордеры өҫтөнлөк итә. Харабалар уратып алған майҙандың көнсығышында ҡояш (Бәғел-Гелиос) ҡорамы — оҙонлоғо 55 1/3 метрлы, киңлеге 29 метрлы, һәр ҡыҫҡа фасында 8 колонналы һәм оҙон фасында 16 колоннлы мәшһүр перипетр ҡалҡып тора. Ҡорамдың эсендә көмбәҙле ҙур бүлмә бар, фриздары һәм стеналары япраҡтар һәм емештәр рәүешендәге ҡалҡыу биҙәктәр менән биҙәлгән[4].

Ҡорамдың төньяҡ-көнбайыш мөйөшө ҡаршыһында Римдағы Константиндың триумфаль аркаһына оҡшаш ҡапҡа тора. Ошо ҡапҡанан бөтә ҡала аша 1135 метрлы юл үтә. Уның буйынан-буйына дүрт рәтле колонналар теҙелгән. Был колонналарҙың архитравына бәләкәйерәк колонналар ҡуйылған. Ошо дүрт колоннада юлды буйлай өс өлөшкә бүлә: урталағы киңерәге экипаждар һәм атлыларға тәғәйенләнгән, ә ситтәге ике тары — йәйәүлеләргә. Аҫҡы колонналларҙың бейеклеге — 17 метр[4]. Улар йәмғеһе 1500 дана, йәғни һәр рәттә — 375.

Ҡаланың бөтә ере капителдәрҙең, антаблементтаҙың, скульптуралар фриздарының һәм башҡа архитектур фрагменттарҙың ватыҡтары менән ҡапланған. Ҡала диуарының емерелектәре артында ҙур булмаған бер үҙәндә некрополь урынлашҡан, унда ерләү мәғәрәләре бик күп, с алтмыш нәҫел төрбәһе бар. Күрше ҡалҡыулыҡ башында ғәрәп төҙөлөшөнә ҡараған һарай ултыра [4].

2015 йылдағы емертеүҙәрҙән һуң тергеҙеү эштәре

Пальмира Ислам дәүләте боевиктары тарафынан баҫып алынғас (2015—2016), ҡайһы бер ҡоролмалар махсус емертелә, ҡайһылары һатыу өсөн талана.

2016 йылдың 28 мартында Сүриәнең боронғо ҡомартҡылар һәм музеҙар департаменты башлығы Маамун Абд әл-Кәрим Пальмираны тергеҙеүҙең биш йылға һуҙылыу ихтималлығы тураһында әйтә. Уның белдереүенсә, Пальмираның боронғо ҡоролмаларының 80 проценты һәйбәт хәлдә. Сүриәнең Ҡомартҡыларҙың һаҡлау агентлығы белдереүенсә, Сүриә армияһы ҡаланы штурмланда ҡомартҡыларға зыян килтермәгән. Эште 2016 йылдың апрелендә башларға план ҡоралар. Белгестәр ике ҡорамды, Монументаль арканы һәм мәғәрә башняларын тергеҙмәксе була. Пальмираны аяҡҡа баҫтырыу планы өс этаптан тора. Беренсеһендә тотороҡһоҙ ҡоролмаларҙы терәтеп сығыу, икенсеһендә ҡомартҡыларҙың күпселеген реставрациялау, өсөнсөһөндә террористар емергән Бел һәм Бәғелшамин ҡормадарын яңынан төҙөү ҡарала.


Пальмира иртән
Пальмира иртән
Панорама Пальмиры
Храм Баала
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. 2,0 2,1 2,2 http://whc.unesco.org/en/list/23
  3. Пальмира — Кругосвет энциклопедияһынан
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Сомов А. И. Пальмира, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Isis militants destroy 2,000-year-old statue of lion at Palmyra. The Guardian. Дата обращения: 3 июль 2015.
  6. Palmyra's Baalshamin temple 'blown up by IS'. Дата обращения: 23 август 2015.
  7. В Пальмире уничтожена Триумфальная арка. Дата обращения: 8 октябрь 2015.
  8. Боевики ИГ уничтожили Триумфальную арку в Пальмире - BBC Русская служба. Дата обращения: 8 октябрь 2015.
  9. Почему Пальмира вновь оказалась в руках террористов, РБК. 12 декабрь 2016 тикшерелгән.
  • кн. Абамелик-Лазарев С. Пальмира: археологическое исследование. СПб., 1885.
  • Пальмира: Альбом / Текст: Казимеж Михаловский; Фотографии: Анджей Дзевановский; Перевод с польского: Юзеф Недома. — Варшава: Аркады, 1968. — 32, [96] с. — (Искусство и культура древнего мира). (в пер., суперобл.)
  • Hillers Delbert R. Cussini Eleonora. Palmyrene aramaic texts. — Baltimore and London : The Johns Hopkins University Press, 1996. — 458 c.
  • Шлюмберже Д. Эллинизированный Восток. Греческое искусство и его наследники в несредиземноморской Азии. М.: Искусство, 1985. — 208 с.