Эстәлеккә күсергә

Фирғәүен (персонаж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фирғәүен
ғәр. فرعون
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Хаким (фирғәүен)

Тыуған көнө:

неизв.

Тыуған ере:

хәҙер. Мысыр

Үлем көнө:

неизв.

Үлгән ере:

совр. Египет

Ерләнгән ере:

тело «спасено» (Коран, 10:92)

Дине:
Ағымы:


Ҡатыны

Асия бинт Музаһим


Ҡөрьән шәхесе
Тиңләнә:

Фараоны в Библии[d]

Категория:

кафыр

Ҡөрьәндә телгә алыу:

7:133—135, 10:90—92, 28:3—6, 20:77—79.

Кәрәмәт һәм билдәләр:

спасение тела Фирауна

Бәйле персонаждар:

Муса, Һарун, Хаман, Фирғәүен ҡатыны (Асия)

Ваҡиғалар:

Исход евреев

Фирғәүен (ғәр. فرعون‎ — «фараон»‎, рус. Фираун) — Ҡөрьәндә Муса пәйғәмбәр йәшәгән осорҙағы батша персонажы. Ҡөрьәнгә ярашлы, Фирғәүен үҙенә табыныуҙарын талап итә, Аллаһҡа ышанған диндарҙарҙы эҙәрлекләй һәм ҡыҫырыҡлай.

Фирғәүен үҙенең вәзире Һаманға Аллаһҡа күтәрелеү өсөн түбәһе күккә тейгән башня төҙөргә бойора. Аллаһ уны тәкәбберлеге өсөн язалай. Ҡөрьән тәфсирҙәрендә был манараның түбәһенә күтәрелеп, Фирғәүен күккә атҡан, тиелә. Аллаһ уның уғын ҡыҙыл төҫкә индереп, кире ҡайтара.

Фирғәүен Муса һәм уның ырыуҙаштарының Мысырҙан күсенеүенә юл ҡуймаҫҡа тырыша [1], мәгәр Аллаһ ихтыяры буйынса үҙенең ғәскәре менән Ҡыҙыл диңгеҙҙә һыуға батып үлә. Үлеме алдынан Фирғәүен тәүбәгә килә һәм ҡотола. Ҡайһы бер мөфәссирҙәр(комментаторҙар) билдәләүенсә, Фирғәүенде ҡотҡарыу уның үле кәүҙәһе яр буйына сығарып ташланыуҙан ғибәрәт.

Ислам риүәйәтенә ярашлы, Ябраил фәрештә Фирғәүенгә кеше ҡиәфәтендә барып, унан баш күтәргән ҡоло менән нимә эшләрен һорай. Фирғәүен, һыуға батырыу аша язалар инем, тип яуап бирә. Бынан һуң Ябраил Фирғәүендән быны ҡағыҙға яҙыуҙы һәм хөкөм башҡарыуға ҡул ҡуйыуҙы һорай. Һыуға батып барғанда фәрештә Фирғәүенгә үҙенең хужаһына (Аллаһҡа) ҡаршы баш күтәргән ҡоло (Фирғәүен) менән нимә эшләргә кәрәклеге тураһында үҙенең бойороғон күрһәтә[2].

Ҡөрьәндә ике тапҡыр Фирғәүен «ҡаҙаҡтар эйәһе» тип атала, сөнки үҙе мосолмандарҙы ҡаҙаҡлап ҡуйып язалай торған булған[3] (ғәр. ذو الأوتاد‎, 89:10 и 38:12).

  • Али-заде, А. А. [815 Фирғәүен] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гладкий В. Д. Фираун // Древний мир. Энциклопедический словарь в 2-х томах. — М.: Центрполиграф, 1998.
  • Пиотровский М. Б. Фираун // Мифы народов мира : В 2 т / Гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2: К-Я. — 719 с.