Сәлих (пәйғәмбәр)
Сәлих | |
ғәр. صالح | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: |
Дин таратыусы |
Тыуған көнө: |
Б.Э.Т. XX быуат |
Үлем көнө: |
Б.Э.Т. XIX быуат тирәһе |
Йыл йәшәгән |
58 йәш тирәһе |
Дине: Ағымы: |
|
Ҡөрьәндә телгә алыу: | |
Кәрәмәт һәм билдәләр: |
ярылған ҡая таштан дөйә сығарған |
Бәйле персонаждар: |
Сәмүд кешеләре, дөйә |
Ваҡиғалар: |
Сәмүд кешеләрен юҡ иткән |
Сәлих Викимилектә |
Сәлих (ғәр. صالح — Ислам пәйғәмбәре, Коръән буйынса, Аллаһ Сәмуд кешеләренә ебәргән, уларҙың ауылдары Әл-Хижр өлкәһендә урынлашҡан булған[1] [2] [3] .
Дөйә риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәндә күрһәтелгән версия буйынса, Сәмуд маһайыусанлыҡ һәм тәкәбберлек гөнаһына төшә, Аллаһыға табыныуҙан баш тарта, Сәлихтең пәйғәмбәрлеген кире ҡаға һәм һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн раҫлауҙы талап итә башлай. Унан һуң Аллаһ Сәмудҡа дәлил итеп дөйә ебәрә. Дөйәнең тышҡы ҡиәфәтен һүрәтләүҙә тура килмәүҙәр бар. Бер версия буйынса, Сәлих Аллаһынан Сәмуд кешеләренең мөғжизә тураһында теләктәрен үтәүҙе һорай һәм намаҙ уҡый, шул саҡ серле рәүештә ярылған ҡая таштан дөйә сығарылған. Тау ҡалтыранып, тауыш бирә һәм унан ҡыҙыл дөйә сыға. Ҡөрьәндең башҡа аңлатма биреүселәре әйтеүенсә, Аллаһ был дөйәне ҙур ҡаты һәм шыма таштан барлыҡҡа килтергән, һәм был Сәмүд халҡының күпселеге алдында булған. Сәлих Сәмуд кешеләренән дөйәне үҙ ерҙәрендә көтөүҙе һәм ҡоҙоҡтарынан һуғарыуҙы һорай. Был дөйә бер юлы барлыҡ кешеләр эскәндән күберәк һыу эсә. Сәмуд кешеләре дөйәне һуйып, Сәлихҡа әйтә: «Әгәр һин пәйғәмбәр булһаң, биргән вәғәҙәңде үтә». Өс көндән һуң, Аллаһ Сәмудты язалай: «Унда ер тетрәү башлана, һәм улар өйҙәрендә йөҙ түбән түңкәрелеп төшә». Шул уҡ ваҡытта Сәлих үҙе Аллаһтың мәрхәмәте менән ҡотҡарыла, сөнки ул ғәҙел һәм тәҡүә кеше була [2] [3] .
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Аль-Хиджр — место на северо-западе Аравии между Хиджазом (к северу от Медины) и Шамом (Сирией)
- ↑ 2,0 2,1 Пиотровский, М. Б., 1988
- ↑ 3,0 3,1 Али-заде, 2007
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пиотровский М. Б. Сәлих // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, УЛ, 1991. — С. 205. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Сәлих / Пиотровский М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : Т—Я. — С. 397.
- Али-заде, А. А. [690 Салих] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).