Эстәлеккә күсергә

Бәғел

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бәғел, (Ваал) (дөйөм семит. baʿl, финик. 𐤁𐤏𐤋, бор.-йәһ. בעל - "хужа; хаким», рус. Баал[1]) - ғөмүмән, көнбайыш-семит мифологияһында төрлө илаһтар өҫтөнән «илаһ, хаким» эпитеты булып тора. Шулай уҡ шумер-аккад мифологияһында тәғәйен илаһ булып торған, ул Финикия, Ханаан һәм Сүриәлә йәшен атыусы, уңдырышлылыҡ, һыу, һуғыш, күк, ҡояш илаһы булараҡ танылған булған.

Бәғел йәки Баал — был термин бик боронғо Левантта төрлө илаһтарға ҡарата ҡулланылған. Элек ғалимдар был исемде төрлө Ҡояш илаһтарына бәйләһә, боронғо яҙыуҙарҙа Ваал һүҙе махсус рәүештә дауыл һәм уңдырышлылыҡ илаһы Һадад өсөн ҡулланылғаны күренә.

Быуаттар дауамында йыйып, төҙөлгән Танахта Ваал тигән термин ҡайһы саҡ боронғо ханаан дине илаһтарын, ә бәғзе берҙә Ҡояш илаһы Хададты билдәләү өсөн ҡулланылған. Артабан Хадад демонологиялағы Вельзевул менән бер рәттән, ялған илаһ итеп ҡарала, был ҡараш шулай уҡ исламда һәм христианлыҡта урын алған.

Бәғелдең йәшен йәшнәтеүе стелаһы,б.э.т. XV—XIII быуат, Рас Шамрала табылған. (Угарит)

Библияға ярашлы, Баалға хеҙмәт итеү кешеләтә ҡорбан килтереү, шул иҫәптән балаларын утта яндырып үлтереүҙе үҙ эсенә ала [2].

Ҡөрьәндә Бәғел ике тапҡыр Ильяс пәйғәмбәргә бәйле телгә алына. Ильяс пәйғәмбәр үҙ халҡын Тәүхидкә (Бер аллалыҡҡа) өндәр өсөн ебәрелгән булған (6:85; 37:123-126)[3].

« Шөбһәһеҙ, Ильяс та пәйғәмбәр булды. (Ильяс) халҡына әйтте: — Һеҙ Аллаһтан (гөнаһ ҡылыуҙан, яза алыуҙан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. (,) — Юҡтан бар итеүселәрҙең иң изгелеклеһе булған, һеҙҙең дә Раббығыҙ булған, һеҙҙән әүәл килгән ата-бабаларығыҙҙың да Раббыһы булған Аллаһты инҡар итеп, Бәғелгә (Баалға) табынаһығыҙмы?
»

Аяттарҙың тәфсирҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Бәғел (Баал) — Шамда Бәк исемле шәһәрҙә йәшәүсе халыҡтың табына торған алтын һыны — бот. Был ҡала бөгөн «Баалбәк» тип йөрөтөлә» - (Хәсән Чантай тәфсиренән.) «Бәғел (Баал)— ул Ҡояш аллаһы, Тәңреләштерелгән Ҡояш» - (Мөхәммәд Али тәфсиренән) [4]