Эстәлеккә күсергә

Рассиҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рассиҙар

Рассиҙар, әр-Расс кешеләре[1] (ғәр. أصحاب الرسасхаб ур-Росси, рус. Асхаб ар-Расс — «әр-Расс кешеләре», « ҡоҙоҡ кешеләре») — Ҡөрьәндә ғәдтәр һәм ҫамудтар менән бер рәттән телгә алынған халыҡ. Улар ҙа Аллаһ үҙ пәйғәмбәре аша кешеләрҙе хаҡ юлға күндерергә тырышҡанда быны эшләүҙән баш тарталар һәм ерҙә намыҫһыҙлыҡ ҡылалар.

Ҡөрьәндең ҡайһы бер мөфәссирҙәре фекеренсә, әр-Расс термины — кешеләр йәшәгән урындың исеме. Кемдәрҙер был ниндәйҙер һыу сығанағы (ҡоҙоҡ, йылға) тип иҫәпләй. Ислам риүәйәтенә ярашлы, әсхаб әр-Расс элек юҡ ителгән ҫамудтарҙың вариҫы булған, Йомамдағы ҡоҙоҡ янында йәшәгән һәм ғанҡа тигән гигант ҡоштарҙың һөжүменән яфаланған. Пәйғәмбәр Ханзала Ибн Сафуан Аллаһтан кешеләрҙе ҡотҡарыуҙы һораған, һәм ҡоштар юҡҡа сыҡҡан. Ханзала халҡы пәйғәмбәрҙең дәғүәтен тыңламай, хатта уны ҡоҙоҡҡа ташлаған. Кешеләрҙе гонаһтары өсөн язаға тарттырып, Аллаһ уларҙы юҡ иткән. "Ҡоҙоҡ кешеләре " йә Йамамда, йә Әзербайжанда, йә Антакьяла йәшәгән тигән фараздар бар

« Ғәд (Һуд ғәләйһиссәлләм) ҡәүемен дә, Ҫәмуд (Салих ғәләйһиссәлләм) ҡәүемен дә, Расс (Шөғәйеп ғәләйһиссәлләм) ке​шеләрен дә, улар араһында йәшәп киткән башҡа (гөнаһлы) халыҡтарҙы ла һәләк иттек. (Ғибрәт алһындар, тип) уларҙың һәр береһенә Беҙ миҫаллы хикәйәттәр килтерҙек, (ләкин улар пәйғәмбәрҙәребеҙҙе ялғансыға сығарҙы, ғибрәт алманы) уларҙың барыһын да һәләк иттек.
 :25—38 (А)
»
  1. Али-заде, А. А. Асхаб ар-Расс // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. Асхаб ар-Расс // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 24—25.
  • Асхаб ар-Расс / М. Б. Пиотровский // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1 : А—К. — 671 с.
  • Tottoli, Roberto. Rass // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe, Georgetown University, Washington DC.. — Brill.


  • Али-заде, А. А. Асхаб ар-Расс // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. Асхаб ар-Расс // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 24—25.
  • Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
  • Aṣḥāb al-Rass / Wensinck, A.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Tottoli, Roberto. Rass // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe, Georgetown University, Washington DC.. — Brill.