Эстәлеккә күсергә

Кәффара

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кәффара (ғәр. كفارة, рус. Каффа́ра) — ислам динендә: гонаһ ҡылынғанда ярлыҡаныу өсөн уның алмашына башҡарылған изге ғәмәл. Каффара ураҙаны, хаж ҡағиҙәләрен, антты боҙған, зиһар ҡылған һәм осраҡлы рәүештә кеше үлтергән өсөн һалыныуы мөмкин (ғәр. كفارة الصوم).

Ғәрәп телендәге кәффара (араб. كَفَّارَةٌ) һүҙе كَفَرَ һәм كَفَّرَ (йәшереү, ябыу) тигән ҡылымдарҙан яһалған һәм гонаһты ярлыҡатыу тигәнде аңлата.

    • Али-заде, А. А. [423 Каффара] // Исламский энциклопедический словарь. М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). 3000 экз. ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
    • Kaffāra / Chelhod, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)