Китап әһелдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡөрьән баҫмалары

Китап әһелдәре, әһле әл-китаб (ғәр. اهل الكتاب‎‎), Исламда — йәһүд дине (йәһүди) һәм христиан дине (нәсара) вәкилдәре, шулай уҡ сабийҙар (саби’ун), улар Тәурат (Тора), Зәбур (Псалтирь) һәм Инжил (Евангелие) китаптарын Аллаһынан иңгән Китаптар тип һанайҙар. Ҡайһы берәүҙәр «китап әһелдәренә» Зороастризм инаныслыларҙы ла индерә[1]. «Китап әһелдәре» термины менән мосолмандар уларҙы мәжүсиҙәрҙән айырып ҡарай. Ҡөрьәндә был термин бер нисә урында телгә алына[2].

Йәһүди-христианлыҡ тигән күренеш тә бар

Ислам мосолмандарға Китап әһелдәрен мыҫҡыллауҙы, ғүмеренә, малына, намыҫына, дәрәжәһенә янауҙы тыя. Ислам дәүләтендә йәшәгәндә улар иркен рәүештә үҙ динен тота алған. Бының өсөн улар зиммиҙәр кеүек махсус һалым (жизйә) түләгән [1], мосолмандар иһә зәкәт биргән.

Мосолмандарға Китап әһелдәре ҡыҙҙарына өйләнергә, эш алып барырға рөхсәт ителгән. Мосолман ҡыҙҙарына мосолман булмағандарға кейәүгә сығырға рөхсәт булмаған [1]. Мосолмандар китап әһелдәре үҙ дине буйынса әҙерләгән, шәриғәт рөхсәт иткән хәләл ризыҡты ашай ала[3].

Ҡөрьән һәм сөннәт буйынса Китап әһелдәре Тәүхидтән ситләшкән тип һанала һәм уларҙың дине хаҡ һәм ҡотҡарыусы дин тип иҫәпләнмәй[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [[]] Китап әһелдәре // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991.
  • Али-заде, А. А. Ахль аль-Китаб (архив ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.