Силсилә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Силсилә (ғәр. سلسلة‎‎ — рәт, сылбыр; рус. Силсила) — суфыйлыҡта — суфый тәриҡәттәре башлыҡтарының рухани генеалогияһы; үҙенә тиклемге шәйехтән бәрәкәт алыу, бағышланыу, тоташыу сылбырына эйә булыу[1].

Силсиләгә тоташыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпселек осраҡта силсилә хәҙрәте Али ибн Әбү Талип аша Мөхәммәт Пәйғәмбәргә барып тоташа (мәҫәлән, Күбрәүиҙәр)[2], әммә ҡайһы бер суфыйҙар үҙ силсиләһен Хызыр пәйғәмбәргә еткерә.

Силсиләгә үҙе силсиләгә тоташҡан шәйех кенә тоташтыра һәм дауам итә ала.

Әгәр шәйех-уҡытыусының ике һәм унан да күберәк уҡыусыһы (мөрите) шәйех кимәленә етһә, шәйех-уҡытыусынан силсилә ошондай мөриттәр һаны буйынса тармаҡлана. Әгәр шәйех кимәленә шәйех — уҡытыусы мөриттәренең береһе лә барып етмәһә, силсиләнең был тармағы шул шәйехтә тамамлана. Бынан тыш, шәйех кимәленә етеү тураһында бер үк мөриткә ижәзәне бер нисә шәйех-уҡытыусы ла бирә ала. Ул саҡта ошо шәйехтә силсәләнең төрлө тармаҡтары килеп ҡушыла. Силсиләне белеү күп суфый тәриҡәте неофиттары белеменең мотлаҡ элементы була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Путь совершенства 2005 йыл 22 декабрь архивланған. naqshband.narod.ru
  2. kubrawi.org. Дата обращения: 30 март 2007. Архивировано из оригинала 3 март 2007 года. 2007 йыл 3 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]