Эстәлеккә күсергә

Ижәзә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ижәзә (ғәр. الإِجازَة‎ — «рөхсәт», «лицензия»; рус. Иджаза) — билдәле бер текстың йәки предметтың хужаһына уны тапшырырға рөхсәт итеү вәкәләте булған кемдер биргән лицензия. Ижәзә йышыраҡ ислам дине буйынса белем биреүгә бәйле. Ижәзә, ғәҙәттә, уҡыусының был белемде ижәзә биргән кешенең үҙенән телдән һөйләү юлы менән алыуын күҙ уңында тота. Ваҡыт уҙыу менән был талап йомшартыла. Шулай уҡ беренсел авторға барып тоташҡан абруйлы тапшырыусылар сылбырын күрһәтеү ижәзә тип йөрөтөлә. Сөнни һәм шиғый хәҙис ғилемендә ижәзә концепцияһы бар.

Каллиграфияға эйә булыуҙы раҫлаған ижәзә 1791 й.

Ижәзәнең докторлыҡ дәрәжәһе менән оҡшашлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәрҡиәт профессоры Джордж Макдиси, ижәзә университет ғилми дәрәжәһе, шулай уҡ докторлыҡ дәрәжәһе сығанағы булған, тип фаразлай[1]. Ғәрәп теле профессоры Альфред Гийом, социология профессоры Сәйед Фәрит әл-Әттас[2] яҡын көнсығыш тикшеренеүҙәре профессоры Девин Дж. Стюарт ижәзә менән университет дәрәжәһе араһындағы оҡшашлыҡ менән килешә[3]. Әммә Тоби Хафф һәм башҡалар Макдиси теорияһын инҡар итә[4][5][6][7].

  1. Makdisi, George, "«Scholasticism and Humanism in Classical Islam and the Christian West»", 2: 175–182 [175–77] 
  2. «From Jāmi' ah to University: Multiculturalism and Christian–Muslim Dialogue». 1. ISSN 2017-09-23. Проверено 2022-04-10.
  3. "Degrees, or Ijazah", Degrees, or Ijazah, Routledge, pp. 201–203, ISBN 9781135455965 
  4. Huff Toby E. The rise of early modern science: Islam, China, and the West. — 2. ed., repr.. — Cambridge [u.a.]: Cambridge University Press, 2007. — P. 155. — ISBN 978-0521529945.
  5. Verger, J. (1999), «Lexikon des Mittelalters», Doctor, doctoratus, J.B. Metzler 
  6. Rüegg, Walter: «Foreword. The University as a European Institution», in: A History of the University in Europe. Vol. 1: Universities in the Middle Ages, Cambridge University Press, 1992, ISBN 0-521-36105-2, pp. XIX.
  7. Norman Daniel: Review of «The Rise of Colleges. Institutions of Learning in Islam and the West by George Makdisi», Journal of the American Oriental Society, Vol. 104, No. 3 (Jul. — Sep., 1984), pp. 586—588 (587)