Шиштиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шиштиә
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
Кем хөрмәтенә аталған Муинуддин Чишти[d]

Шиштиә (ғәр. جشتية‎ — жәштиә, фарс. چشتیه — жәштей; рус. Чиштия) — суфый тәриҡәте.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сүриә кешеһе Әбү Исхаҡ Шишт ҡаласығында нигеҙ һалған. X быуатта Афғанстан һәм Һиндостанда киң таралған. Дүрт төп суфый тәриҡәтенең беренсеһе булып (Шиштиә, Сүхрәүәрдиә, Ҡадириә, Нәҡшбәндиә) Афғанстанда һәм Көньяҡ Азияла төпләнә.

Башҡа суфый тәриҡәттәрендәге кеүек үк, рухи вариҫлыҡ теҙмәһе — силсилә уның иң яҡын кешеләренең береһе аша Мөхәммәт Пәйғәмбәргә барып тоташа[1].. Тәриҡәттең атамаһы сүриә суфыйҙары Әбү Исхаҡ Шами (шулай уҡ Әбү Исхаҡ Шами Шишти) йәшәү урыны менән бәйле (Афғанстандың көнбайышындағы Шишт ҡалаһы). Шишти тәриҡәтенең тәүге етәкселәре Шиштиҙә ерләнә.

Силсиләнең рухи вариҫтарының береһе булып Систанда тыуған хужа Мөғин әд-Дин Хәсән Шишти (Мөғинүддин Шишти) (1142—1236) тора. Яҡын Көнсығыш һәм Үҙәк Азия буйлап сәйәхәт иткәндән һуң ул Ажмерҙа урынлаша һәм тәриҡәт идеяларын Һиндостанда тарата .

Фәридуддин Мәғсүдтән һуң (1173 йәки 1175—1266) силсәләһе ике йүнәлештә үҫешә: Ғәләүеддин Сабир Кәлйәри (Шишти Сабри) һәм Низамеддин Әүлиә (Шишти Низами)[2].

Башҡа суфый тәриҡәттәренән айырмалы рәүештә, Һиндостанда Шишти ағзалары көрән һәм ҡыҙыл-һары төҫтәр араһындағы кейем кейгән.

Йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был тәриҡәттең уҡыусыһы һинд музыканты һәм мистик Хәҙрәт Инайәт Хан (1882—1927) була, ул Көнбайышта «универсаль суфыйлыҡ» уҡытыусыһы була.

Уның туғаны Носрат Фәтих Али Хан (1948—1997) Хажи Ғөләм Фәрит Сәбри менән бергә Көнбайыш илдәрендә ҡәүүәли жанрын беренсе популярлаштырыусы була[3]. Уның туғаны — Рәхәт Фәтих Али Хан йырсы, суфый музыкаһы һәм зекерҙәрен башҡарыусы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. PU sitting on «Chishti Sufis, Culture of Books». 2013 йыл 16 февраль архивланған. // The Nation. Lahore, December 20, 2012. P. 15.
  2. Chishti, Muin ad-Din Hasan. 2016 йыл 13 март архивланған. The Columbia Encyclopedia, 6th ed.
  3. Песни суфийских мистиков. Интервью с Нусрат Фатех Али Ханом, взятое Джамилей Сиддики. 2013 йыл 27 март архивланған. // Журнал Суфий, N 37, весна 1998, с. 16-19.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ambreesh Mishra. A matter of faith. Indiatoday.in. September 10, 2009.
  • Muneera Haeri. The Chishtis: A Living Light. Oxford University Press, 2000. Pages: 221.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.