Хужа (нәҫел)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хужа, Ҡужа, Ҡожа (ғәр. هوجي‎‎, фарс. خواجه;;, ҡаҙ. қожа, үзб. xo'ja, уйғ. خوجا, төркм. hoja, таж. хӯҷа, төр. hoca; рус. Ходжа́, Ко[д]жа́ — Урта Азияла сығышы менән ислам ғәрәп миссионерҙарынан булған кеше. Ораны —Аллаһ!

Исһаҡиҙар («ҡаратауҙар»)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үәли Исһаҡ хужа — сәйеттәрҙең береһе, йәғни Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тура ептән килгән тоҡомдарының береһе — хужаларға нигеҙ һалыусы була, уның вәкилдәре Көнсығыш Төркөстанда (Ҡаратау партияһы булараҡ нығыраҡ билдәле) Исһаҡия сәйәси партияһын төҙөй, ул 70 йылға яҡын хакимлыҡ итә һәм 1760-сы йылдар аҙағында Аҡтау партияһы башлығы, хужа Борһанетдин тарафынан юҡ ителә[1].

«Аҡтауҙар»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хужаларҙың тоҡомон башлаусы — Мәхтүм-Ғәзәмдең өлкән улы Имам-кәлән («өлкән имам») булған. Уның яҡлылар һәм шәкерттәре Көнсығыш Төркөстанда «Аҡтау» исеме менән билдәле «Ишкия» сәйәси партияһын ойошторған. Ҡашғарҙа власта торған был партияның һуңғы вәкиле һәм башлығы Бузюрғ-Хужа — бик түбән шәхес һәм Яҡуп бәк ҡулындағы уйынсыҡ ҡына булған[2]

Шәжәрә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡужа» (хужа) нәҫеле ҡаҙаҡ «йөҙ»ҙәре (жуз) составына инмәй. Ғәҙәттә, миссионерҙарҙың нәҫеле булып һанала. Чоҡан Вәлиханов, ҡаҙаҡтар ҡайһы бер «ҡужа» ырыуҙарын "аҡ һөйәк"кә индермәй, әммә уларҙы солтандар менән бер рәттән хөрмәт итә, тип яҙған.

Сәйет тармағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бары тик Мөхәммәт Пәйғәмбәр тоҡомо, йәғни Хәсән менән Хөсәйендең балалары ғына сәйет һәм шәриф тип һанала ала. Сәйет — ғәрәп теленән юлбашсы, әфәнде, башлыҡ.

Әлеге ваҡытта сәйет нәҫеле, ҡужаның башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда, иң ҙур төркөмдәрҙең береһе булып һанала. Бының сәбәбе — бер үк атамалы төрлө ата-бабаларҙан төрлө тоҡомдар үҙ-ара ҡушылып киткән. Сәйеттәрҙең тармаҡтары : Ҡылышты ҡужа, Сабылт ҡужа (сабулт).

Хөрәсән тармағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҡсайыс тармағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сабылт-ҡожа тармағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркпен-ҡожа тармағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡылышты-ҡожа тармағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Вали-Исаак-ходжа // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Имам-калян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]