Хужа Насретдин
Уҡыу көйләүҙәре
Хужа Насретдин — Урта Азия, Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары фольклорындағы аҡыл эйәһе, тапҡыр һүҙле кеше образы, башҡорт көләмәстәрендә, уйҙырмаларында, мәҙәктәрендә, латифаларында ла сағыла. Хужа Насретдин прототибы тыумышы менәнн Төркиәнән сыҡҡан ниндәйҙер имам булған, тип раҫлайҙар. Фәҡирҙәрҙе яҡлаусы, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе тора-бара халыҡ юморы кәүҙәләнешенә әүерелеп киткән. Хужа Насретдин тураһындағы тәүге көләмәстәр 16 быуат башында Төркиәлә яҙылған, ә 19 быуаттан алып бер нисә тапҡыр нәшер ителгән. Көләмәстәр күпселек социал-көнкүреш хәлдәренә ҡағыла.
Хужа Насретдин тураһында көләмәстәр башҡорттар араһында ла таралған.
Һәйкәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Анкаралағы һәйкәл, Төркиә
Хужа Насретдин тураһында фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Насреддин в Бухаре» (1945)
- «Похождения Насреддина» (1946)
- «Насреддин в Ходженте или очарованный принц» (1959)
- «Двенадцать могил Ходжи Насреддина» (1967)
- «Вкус халвы» (1975)
- «Первая любовь Насреддина» (1977)
- «Гляди веселее» (1982)
- «Возвращение Ходжи Насреддина» (1989)
- «Ходжа Насреддин» (м/ф)
- «Ходжа Насреддин — возмутитель спокойствия» (радиоспектакль)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады / [мѳхәрририәт: Ә. Сѳләймәнов (баш мѳхәр.) һ. б. ; яуап. мѳхәр. С. Галин]. — Ѳфѳ : Китап, 2008. 6-се т. : Әкиәттәр һәм көләмәстәр. — 2008. — 568 б. — 4000 д. — ISBN 978-5-295-04635-3 (тѳпл.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
Хужа Насретдин Викимилектә |