Хәсән ибн Али
Хәсән ибн Али | |
ғәр. الحسن بن علي | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1 март 625 |
Тыуған урыны | Мәҙинә, Хижәз[1] |
Вафат булған көнө | 669[2][3][4][…] |
Вафат булған урыны | Мәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Үлем төрө | һомицид[d] |
Үлем сәбәбе | яд[d] |
Ерләнгән урыны | Әл-Баҡый |
Атаһы | Али[2] |
Әсәһе | Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы[2] |
Бер туғандары | Рукайя Машхад[d], Умм Кульсум бинт Али[d], Зәйнәб - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ейәнсәре, Мухсин ибн Али[d], Хөсәйен ибн Али, Хилал ибн Али[d], Усман ибн Али[d], Аббас ибн Али[d], Abdullah ibn Ali ibn Abi Talib[d], Джафар ибн Али[d], Мухаммад ибн аль-Ханафия[d] һәм Abu Bakr ibn Ali[d] |
Хәләл ефете | Умм Исхак бинт Талха бинт Убейдалла[d] һәм Джа`дат бинт аль-Ашас[d] |
Балалары | Ҡасим ибн Хәсән, Фатима бинт Хасан[d], Абу Бакр ибн Хасан[d], Тальха ибн Хасан[d], Хусейн ибн Хасан[d], Зейд ибн Хасан[d] һәм Аль-Хасан аль-Мутанна[d] |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | Имамилыҡ һәм Хаҡ хәлифә |
![]() |
Әл-Хәсән ибн Али әл-Ҡорайыши (ғәр. الحسن بن علي بن أﺑﻲ طالب; 1 март 624 — 5 март 669[5]) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне, ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талиптың һәм ҡыҙы Фатиманың улы. Бишенсе хәлифә (661 йылдың ғинуарынан июлгә тиклем). Шиғыйҙарҙың икенсе имамы. Шиғыйҙар Хәсәндең үлеменә Мүәвиә ибн Әбү Суфыян ғәйепле, ә үлтереүсеһе — уның ҡатыны тип һанай.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атаһы Али (Ғәли) ибн Әбү Талип — атаҡлы сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре[6]; Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы, кейәүе һәм сәхәбә, дүртенсе хаҡ хәлифә (656—661) һәм шиғыйҙарҙың беренсе имамы.
Хәҙрәте Али Ислам ҡабул иткән беренсе бала була; Мөхәммәт Пәйғәмбәр иң тоғро сәхәбәләренең береһе. Ислам дошмандары менән алып барған барлыҡ яуҙарҙа ҡатнаша. Тарихта фажиғәле яҙмышлы хәлифә булып теркәлеп ҡала, сөнки уны харижиҙар үлтерә.
Әсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фатима бинт Мөхәммәт (ғәр. فاطمة بنت محمد) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатыны Хәҙисәнән донъяға килгән, бик яратҡан кесе ҡыҙы. Рәсүлдән ҡалып вафат булған берҙән-бер балаһы.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр яуҙарҙан ҡайтыу менән беренсе итеп сәләмде Фатимаға биргән, ә киткәндә иң һуңында уның менән хушлашҡан[7].
Фатиманан башҡа ҡиәфәте, етдилеге, ҡыланышы менән Пәйғәмбәргә шул тиклем дә оҡшаған башҡа бер кемде лә белмәйем. Фатима килеп инеүгә Аллаһ Рәсүле уға ҡаршы барып, үбеп ала ла үҙ урынына ултырта торғайны. Рәсүлуллаһ өйгә килеп ингәндә Фатима уға ҡаршы барып, үбеп ала ла үҙ урынына ултырта торғайны.— Сәхих Тирмизи, т.2, б.319
Фатима исеме Ислам донъяһында бик ҙурлана, ихтирам ителә. Башҡорттарҙың ауыҙ — тел ижадында, им-томда Рәсүлебеҙҙең хәләл ефете Ғәйшәнең һәм ҡыҙы Фатиманың исемдәре ҡушып ҡулланыла һәм шифалы көскә эйә тип һанала[8]
Балалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәсәндең 15 балаһы булған (8 улы, 7 ҡыҙы).
Сығанаҡтарҙа Хәсәндең никахтары һәм ҡатындарын айырыуҙары яҙылған, мәгәр уларҙың һандары бәхәсле. Ҡатындарының исемдәре бик асыҡ булмаһа ла, балаларыныҡы бер аҙ килеп еткән[9][10][11].
Хәлифәлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атаһы Али ибн Әбү Талип хәлифә булған осорҙа Сиффин һуғышында ҡатнашҡан. 661 йылда уның фажиғәле үлеменән һуң Хәсән р.ғ. Ғәрәп хәлифәте хәлифәһе итеп һайлана, мәгәр бер нисә айҙан бының өсөн кәрәгенсә көсө һәм матди мөмкинлеге юҡлығын күреп, хакимлыҡты Мүәвиә I ибн Әбү Суфыянға тапшыра. Тәхеттән баш тартҡас, ул ағаһы Хөсәйен менән Мәҙинәгә ҡайтып китә[12]. Килешеү буйынса, Мүәвиәнең үлеменән һуң Ғәрәп хәлифәте менән идара итеү ҡабат Хәсәнгә ҡайтырға тейеш була[13][14]. Шиғыйҙар фекеренсә, Мүәвиә ҡулынан хакимиәтте ысҡындырғыһы килмәй, улы Йәзидкә ҡалдырырға теләй. Шуның өсөн дә улар имам Хәсәнде ағыулап үлтерә[15].
Хәҙис шәриф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙистә уның хаҡында әйтелгән:
Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Хәсән ибн Али үҙе янында булғанда былай тигән: «Хаҡ ки, был балам — хаким, Аллаһ уның аша мосолмандарҙың ике ҙур төркөмөн берләштерәсәк»[16].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ group of authors Encyclopædia Britannica (ингл.): a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Али-заде А. Хасан ибн Али (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118901494 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Hassan // https://www.britishmuseum.org/collection/term/BIOG10501
- ↑ Китаб аль-Иршад 2011 йылдың 26 июль көнөндә архивланған..
- ↑ Али-заде, А. А. Али (Ғәли) ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Сахих Абу Дауд, т.26
- ↑ Гүзәл Ситдиҡова.Ғәйшә-Фатима ҡулы. — (Шиғыр)[1]
- ↑ Əqiqi 1381, c. 4, səh. 523
- ↑ Qureyşi 1413, c. 2, səh. 443
- ↑ Madelung 1997, p. 380—387
- ↑ Али-заде, А. А., 2007
- ↑ Ул ваҡытынан алда үлгән осраҡта ҡустыһы Хөсәйенгә бирелергә тейеш тип килешелгән
- ↑ Al Balagh Foundation. Imam Hasan bin 'Ali
- ↑ Madelung, W.[en] The Succession to Muhammad, Cambridge University Press, 1997.
- ↑ «Сахих аль-Бухари», 2704, 3746, и др.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. Хәсән ибн Али (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Большаков О. Г. История Халифата. — М.: Восточная литература, 1998. — Т. 3. Между двух гражданских войн (656—696). — С. 90—109.