Эстәлеккә күсергә

Ижмә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ижмә (ғәр. إجماع‎ — «фекер берлеге»; рус. иджма́‘) — фекер алышҡан мәсьәлә буйынса абруйлы шәхестәрҙең (фаҡиһтарҙың) килешеүе, берҙәм фекере йәки ҡарары. Мосолман хоҡуғы сығанаҡтарының береһе — Фиҡһ[1].

Сөнниҙәр мәҙһәбендә ижмәгә мөнәсәбәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙһәб вәкилдәренең ижмәгә ҡарата мөнәсәбәте төрлөсә. Хәнәфиҙәр хәҙистәре төҙөк тип һаналған сәхәбәләрҙең ижмәләрен генә, мәликиҙәр Мәҙинә мөжтәһиттәренең ҡайһы бер ижмәһен ғына таныған. Шәфиғиҙәр ижмәне үҙаллы хоҡуҡ сығанағы итеп түгел, ә бары Ҡөрьән һәм сөннәткә ҡушымта итеп кенә таныған. Хәнбәлиҙәр Мәҙинә мөжтәһиттәре ижмәһенең бөтә категорияларын да ҡабул иткән.

Ижмә категориялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижмә тасуирлау һәм уны дөйөм ҡарамаҡҡа еткереү ысулы буйынса ошондай категорияларға бүленә[2]:

  • әл-ижмә ' әл-ҡәүли (ғәр. الإجماع القولي‎)- тауыш менән әйтелгән, йәғни асыҡ фекер алышыуҙа ҡабул ителгән ҡарар;
  • әл-ижмә' әл-ғәмәли (ғәр. الإجماع العملي‎)- булған хәлдәргә таянған, йәғни тикшерелмәгән, әммә бер үк шарттарҙа бер төрлө ҡарарҙарҙан һәм ғәмәлдәрҙән сыҡҡан ҡарар;
  • әл-ижмә ' әс-суҡути (ғәр. الإجماع السكوتي‎ — әйтелмәгән, әммә барыһына ла билдәле булған берәйһенең ҡаршылыҡтар белдерелмәгән ҡарары.