Эстәлеккә күсергә

Хөсәйен ибн Али

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөсәйен ибн Али
ғәр. أبو عبد الله الحُسين بن علي بن أبي طالب
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

полководец, дин белгесе, шағир

Тыуған көнө:

9 ғинуар 626

Тыуған ере:

Мәҙинә, Мәҙинә (административ округ), Сәғүд Ғәрәбстаны

Үлем көнө:

12 октябрь 680 (54 йәш)

Үлгән ере:

Кәрбәлә, Ираҡ

Ерләнгән ере:

Хөсәйен имам мәсете[d]

Ил:

 Хаҡ хәлифәт
 Өмәүиҙәр хәлифәлеге

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Али

Әсәһе:

Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы

Ҡатыны

Лейла ас-Сакафи[d], Шахр Бану[d], Умм Исхак бинт Талха бинт Убейдалла[d] һәм Рубаб бинт Имру аль-Кайс[d]

Балалары:

Зәйн әл-Ғәбидин[1], Али аль-Акбар[d], Али аль-Асгар[d], Рукайя бинт Хусейн[d], Фатима ас-Сугра[d], Сакина бинт Хусейн[d], Хауля бинт Хусейн[d] һәм Сафия бинт Хусейн[d]

Бәрелештәр:

верблюжья битва[d], Сиффинская битва[d], Битва при Нахраване[d] һәм Кербеле янында һуғыш[d]

Шәкерттәре:

Зәйн әл-Ғәбидин

 Хөсәйен ибн Али Викимилектә

Әл-Хөсәйен ибн Али әл-Кураши (ғәр. الحسين بن علي‎; 8 ғинуар 626(06260108), Мәҙинә — 10 октябрь 680, Кәрбәлә) — Али ибн Әбу Талип һәм Фатиманың икенсе улы; шиғый-имамсыларҙың 3-сө имамы. Кәрбәлә эргәһендә Өмәүи хәлифе Язид I ғәскәре менән алыш ваҡытында һәләк булған көнөн шиғыйҙар траур көнө ашура итеп билдәләйҙәр.

Хөсәйен Өмәүи хәлифәһе Мүәвиә I 680) вафат булғанға тиклем хәлифәлектең ижтимағи-сәйәси тормошонда бөтөнләй тиерлек ҡатнашмай. Мүәвиә үҙенең улы Йәзидте хәлифә итеп тәғәйенләгәндән һуң, хәлифәлек монархияға әйләнә. Был процесс йәмғиәттә төрлөсә ҡабул ителә. Мәҙинәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бер нисә абруйлы көрәштәше Өмәүиҙәр монархияһына ҡаршы сыға, шулар араһында Хөсәйен дә була[2].

Шул уҡ ваҡытта Күфә халҡы хәлифә Йәзидкә ҡаршы ихтилалға күтәреләләр һәм Хөсәйенде үҙҙәренә саҡыралар. Хөсәйен был саҡырыуға ыңғай яуап бирә һәм, ҡала халҡына етәкселек итеү өсөн, ғаиләһе һәм яҡындары менән Күфә йүнәлешендә юлға сыға. Ҡалалағы хәлде өйрәнеү өсөн Хөсәйен ҡалаға үҙенең кешеһе Мөслим ибн Ғакилде ебәрә. Ул Күфәгә килгәс Хөсәйенгә хат ебәрә. Хатында ул 18 мең күфәле Хөсәйенгә тоғролоҡҡа ант итеүен һәм уның килеп етеүен көткәндәрен хәбәр итә[2]. Хәлифә Йәзид Күфә наместнигын урынынан бушата һәм унда ҡаты характеры һәм аяуһыҙлығы менән айырылып торған Убайдуллах ибн Зиядты тәғәйенләп ҡуя. Күфәгә килгәс үк Убайдуллах, кем Өмәүиҙәргә ҡаршы сыға, шуларҙың бөтәһен дә үлтерәсәкмен тип асыҡтан-асыҡ иғлан итә. Халыҡтың күпселек өлөшөн һәм урындағы лидерҙарҙы үҙ яғына ауҙарып, Убайдуллах ихтилалды баҫтырыуға өлгәшә. Мөслим ибн Акил уға ҡаршы сығырға маташһа, Хөсәйендең элекке бөтә яҡлылары таралып бөткән була һәм ул бер үҙе ҡала. Мөслимде властар ҡулына тапшыралар һәм уны язалайҙар[2].

Үлер алдынан Мөслим ибн Ғакил Хөсәйенгә, уға Күфәгә инмәҫкә ҡушып, хәбәр ебәреп өлгөрә. Ләкин Хөсәйен Күфә йүнәлешендә хәрәкәт итеүен дауам итә һәм Кәрбәлә тигән ергә яҡынлаша. Кәрбәлә эргәһендә уның менән хәлиф һуғышсылары осраша. Хәлиф ғәскәре әле күптән түгел генә үҙҙәре Хөсәйенде ҡалаға саҡырған куфийсылар менән тулыландырылған була. Һөйләшеүҙәр ваҡытында Хөсәйен үҙен һәм яҡындарын ебәреүҙәрен һорай. Ләкин дошмандары уны азат итеү өсөн ул ҡабул итә алмаҫлыҡ шарттар ҡуялар. Хәлифтең ғәскәре Хөсәйендең ҙур булмаған отрядына ҡаршы баралар һәм уны тулыһынса тар-мар итәләр. Хөсәйен һәм тағы ла 72 кеше, уларҙың 23-ө уның туғандары була, һуғышта һәләк булалар. Хөсәйендең башын ҡырҡып алалар һәм тәүҙә Убайдуллах ибн Зиядҡа, ә аҙаҡ Дамаскҡа хәлиф Йәзидҡа ебәрәләр[2].

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәненең үлеме халыҡтың асыуын ҡабарта һәм Мәккәлә яңынан баш күтәреүгә килтерә. Ихтилал менән Абдуллах ибн аз-Зубайр етәкселек итә, уға ҡыҫҡа ваҡытҡа власты ҡулға алырға насип була (684 йылдан 692 йылға тиклем). Был ихтилал ислам хәрәкәте ветерандарының, хәлифәттең абсолют монархияға әйләнеүенә юл ҡуймаҫҡа һәм Хаҡ хәлифтәрҙең идара итеү моделен тергеҙергә маташҡан, һуңғы уҡталыуы була. Бөтә был ваҡиғалар Өмәүиҙәрҙең суфьянит тармағының ҡолауына килтерә. Абдулл ибн Зубайр хәлиф булып китә. Әммә уның 64/684-73/692 йылдар арауығындағы ҡыҫҡа ваҡытлы хакимлығынан һуң, Өмәүиҙәр яңынан власҡа киләләр, ләкин был юлы икенсе дәрәжәләге, марванит тармағы вәкиле булып[2]. Хөсәйендең үлеме Мөхәммәт пәйғәмбәр ғаиләһе яҡлыларҙы тағы ла нығыраҡ берләштерә һәм артабанғы сәйәси ваҡиғаларға йоғонто яһай. Ғәрәп хәлифәлегендәге властарҙың тиранияһына ҡаршы күп сәйәси хәрәкәттәр Хөсәйендең ҡаны өсөн үс алыу лозунгыһы аҫтында үтә[2].

Хөсәйендең Кәрбәләлә кәшәнәһе шиғыйҙарҙың ғибәҙәт (зыярат) ҡылыу урынына әйләнгән[2].

  • Әзербайжан яҙыусыһы Аббас-Кули-аги Бакихановтың «Рийаз ал-Кудс» дини әҫәре Хөсәйендең фажиғәле яҙмышына һәм Кәрбәлә ваҡиғаларына арналған[3].
  • Иранда имам Хөсәйендең Кәрбәләлә һәләк булыуы тураһында «Һөйөү тураһында повесть» телесериалы төшөрөлгән («روایت عشق»)[4]. Алыштан һуң Хөсәйендең ғаилә ағзалары менән булған ваҡиғаларға арналған нәфис фильм «Тотҡондар карауаны».
  • Мохтарнәмә иран телесериалында Хөсәйендең һәләк булыуына килтергән бөтә ваҡиғаларға күҙәтеү сағылдырылған. Фильм үҙе Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ейәне үлемендә ғәйеплеләрҙе һәм үлтереүселәрҙе язаға тарттырыу маҡсатында баш күтәргән Мөхтәр әл-Сакафиға арналған.
  • Сүриә режиссёры Абд әл-Бари Әбү әл-Хаир «Муавия, Хәсән һәм Хөсәйен» сериалын төшөрә, унда беренсе тапҡыр ике шиғисы имамдың йөҙө күрһәтелә (ғәрәп артистары башҡарыуында). Был шиғисы улемдар яғынан да, сөннисе дин авторитеттары яғынан да тәнҡит уты тыуҙырҙы[4]. Мысыр дини академия-университет «Әл-Азхар» сериалды күрһәтеүҙе тыйырға ҡарар итә, ә өс бөйөк шиғисы аятолла (Насир Макарем Ширази, Хөсәйен Нури Хамедани һәм Али Сафи Голпайегани) фильмды ҡарауҙы «харам» тип ҡарар сығаралар[5][6]. Шиғисылар араһында ла фильм шулай уҡ мыҫҡыллы һәм тарихи факттарҙы боҙоп күрһәтеүсе тип баһалана.

Хөсәйен имам исеме менән аталғандар:

  1. Али-заде А. Али Зайн аль-Абидин (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Али-заде, А. А., 2007
  3. Эфендиев И. А. (әзерб.)баш. Әзербайжан әҙәби проза тарихынан / Под ред. М. А. Солтанов (әзерб.)баш.. — Б.: Азернәшер, 1963. — С. 83-85. — 236 с.  (әзерб.)
  4. 4,0 4,1 Лайыҡлы дини сериалдар тарихты белеү өсөн кәрәк("Siasatrooz", Иран)  (инг.), ИноСМИ.ru (05/09/2012).
  5. Аль-Азхар «Хәсән, Хөсәйен һәм Муавийа» сериалын тыйҙы  (инг.), 313news.net (13 Август, 2011). 2017 йыл 20 ғинуар архивланған.
  6. Grand Ayatollahs decree "Haraam" watching of sacrilegious TV serial on Prophet's grandsons  (инг.), Radio Islam (07 August 2011). 2014 йыл 10 апрель архивланған.
  7. МОВСУН Ъ-МАМЕДОВ, Баку; ОЛЬГА Ъ-БЕРЕЗИНЦЕВА. Аҡһаҡалдар Советы рәшәткә артында йыйылды  (инг.), "Коммерсантъ" гәзите (05.06.2002).
  8. Саддам Хөсәйен күпере имам күпере булды  (рус.), Телекомпания НТВ (11.06.2003).