Эстәлеккә күсергә

Харам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хаpам, хәрәм (ғәр. حرام‎, тамырҙаш һүҙ — гарем, һәрәм) — шәриғәттә тыйылған ғәмәлдәр. Уға ҡапма-ҡаршы һүҙ — хәләл. Мәҫәлән, сусҡа ите — харам, ә Аллаһ исеме менән салынған һарыҡ ите — хәләл.

Ҡайһы ваҡыт харам һүҙен гонаһ һүҙе менән бер тип һанайҙар, тик был улай уҡ түгел. Мәҫәлән, Ҡәғбәтуллалағы мәсетте Хәрәм мәсете тип атайҙар. Был һис тә гонаһлы мәсет тигәнде аңлатмай, ә тыйылған мәсет ул. Семит телдәрендә лә был һүҙҙең тамырҙаштары бар. Йәһүдтәрҙә херем «мәсхәрә, тыйылған» тигәнде белдерһә, хәбәштәрҙә (эфиоп) — `irm, ҡәһәр төшкән мәғәнәһендә. Ғәрәптәр шулай уҡ харам һүҙен «оят», «ярамай» мәғәнәһендә лә ҡуллана

Мосолмандар өсөн иң билдәле миҫалдар — Ҡөрьән тарафынан тыйылған ғәмәлдәр:

Аллаға тиң тотоу (ширк) (Ҡөрьән, 17:23)

« …һинең Раббың бәндәләргә былай тип хөкөм ҡылды: һеҙ Аллаһы тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылығыҙ, ата-әсәгеҙгә игелек ҡылығыҙ
»

Ата-әсәне рәнйетеү (Ҡөрьән, 29:8, 17:23)

« Һәм Беҙ кешегә ата-әсәләре өсөн изгелек ҡылырға ҡуштыҡ. Әгәр улар [ата-әсә] һинең ул турала белемең булмаған көйгә Миңә тиңдәш тоторға ҡушһалар, ул саҡта уларға буйһонмағыҙ. Һеҙҙең ҡайтыуығыҙ — Миңә, һәм эшләгән эштәрегеҙ тураһында һеҙгә Мин хәбәр итермен!
»
« Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтергә хөкөм итте. Әгәр һинең ҡаршыңда ата-әсәләреңдең берәйһе йәки икеһе лә ҡартайһа, уларға «Уф!» — тип тә әйтмә! Уларға ҡысҡырма! Уларға матур һүҙ генә әйт.
»

Тыйылған осраҡтарҙа үлтереү (Ҡөрьән, 6:151)

« Әйт: «Килегеҙ, мин Раббығыҙ һеҙгә нимәне харам ҡылғанын уҡыйым: Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмаҫҡа; һәм ата-әсәгә яҡшылыҡ ҡылыу; ярлылыҡтан үҙ балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ — Беҙ уларҙы һәм үҙегеҙҙе лә ризыҡландырырбыҙ; боҙоҡлоҡтарҙың асыҡ булғанына ла, йәшерен булғанына ла яҡын килмәгеҙ; Алла харам ҡылған йәнде — хаҡлыҡ менән генә булмаһа,— үлтермәгеҙ. Ошоно Ул һеҙгә уасыят ҡылды — моғайын, һеҙ аҡыллы булырһығыҙ!
»

Уйнаш (Ҡөрьән, 17:32)

« Һәм зинаға яҡын килмәгеҙ, был — бысраҡлыҡ һәм боҙоҡ юл!
»

Бурлыҡ (Ҡөрьән, 5:38)

« Уғры ирҙең һәм уғры ҡатындың ҡулдарын ҡырҡығыҙ, ҡылған эштәренә яза һәм Алланан ғибрәт булһын өсөн. Алла бөйөк, хикмәтле!
»

Ялған шаһитлыҡ (Ҡөрьән, 24:4-5)

« 4. Ғиффәтле ҡатындарға ғәйеп ташлаған кешеләргә,— әгәр дүрт шаһит килтерә алмаһалар,— уларға һикһән ҡамсы һуғығыҙ, уларҙың шаһитлыҡтарын һис ҡабул итмәгеҙ,— улар боҙоҡ кешеләр,—

5. бынан һуң тәүбә итеп, төҙәткәндәренән башҡа, сөнки, ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, шәфҡәтле!

»

Вәғәҙәлә тормау(Ҡөрьән, 5:1)

« Әй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Килешеүҙәрҙе үтәгеҙ! Һеҙгә [ошо сүрәлә] уҡылғандарҙан башҡа хайуандарҙан һәр йорт хайуаны рөхсәт ителгән, һәм һеҙ ихрам бәйләһәгеҙ, һунарсылыҡ тыйыла. Ысынлап та, Алла теләгән нәмәһен хөкөм итә!
»

Рибасылыҡ (ростовщиклыҡ) (Ҡөрьән, 2:275)

« Риба ашаусылар ҡәберҙәренән торғанда, фәҡәт шайтан үҙенең ҡағылыуы менән аяҡтан йыҡҡан кешеләр торған кеүек торасаҡтар. Уларға — был «Һатыу итеү ҙә шул уҡ риба бит»,— тигәндәре өсөн. Алла һатыу итеүҙе рөхсәт итте, ә рибаны харам ҡылды. Әгәр берәүгә Раббыһынан өгөт килһә һәм ул тыйылһа, үткәндәре уға ғәфү ителә: уның эше Алла ҡулында; әгәр берәү ҡабатлаһа, ул — ут әһеле һәм унда мәңге ҡалыр!
»

Иҫерткес ҡулланыу, үлгән мал ите, ҡан, сусҡа ите, Аллаһ исеме әйтмәй салынған мал ите һ.б. (Ҡөрьән, 5:91, 5:3)

« Хәмер һәм отош уйыны менән шайтан һеҙҙең арағыҙға дошманлыҡ һәм нәфрәт һалырға теләй, һеҙҙе Алланы иҫкә алыузан һәм намаҙ уҡыуҙан тайҙырырға теләй. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?
»

Һеҙгә шулар тыйыла: үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Алланың исеменән башҡаның исеме әйтеп салынған, быуып һәм бәреп үлтерелгән, бейектән йығылып төшөп үлгән һәм мал һөҙөп үлтергән хайуан ите,— йола буйынса боғаҙланғандан башҡа,— емтек ашаусы йыртҡыс ите һәм шулай уҡ һын алдында салынған ҡорбан ите һәм уҡ менән бүлеүегеҙ. Былар — боҙоҡлоҡ. Бөгөн иман килтермәгәндәр һеҙҙең динегеҙҙән өмөтһөҙләнде. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Минән ҡурҡығыҙ! Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Ислам динен һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем. Әгәр берәй кеше аслыҡ сәбәпле гонаһҡа ауышмайынса (ашарға) мәжбүр булһа, ул саҡта Алла ярлыҡаусы, шәфҡәтле! |5|3}}

Нәфселе уйындар, ялған илаһтарға ҡорбан килтереү, юрау һәм сихыр(Ҡөрьән, 5:90, 2:102)

« Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, отош уйыны, һындар, уҡтар [отош уйыны өсөн] — шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ, моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!
»

һәм улар Сөләймән батшалығында шайтандар уҡыған нәмәгә эйәрҙеләр. Сөләймән кафырҙарҙан түгел ине, ә Бабилдә Һарут менән Марут тип аталған ике фәрештәгә төшөрөлгән нәмәне һәм сихырҙы кешеләргә өйрәтеп, шайтандар иманһыҙ булды. Әммә был икәү: «Беҙ — фетнә-һынау ғына, иманһыҙ була күрмә!»— тип алдан әйтмәйенсә тороп, бер кемде лә өйрәтмәне. Улар шул ике фәрештәнән ирҙе һәм ҡатынды нисек айырырға икәнлеген өйрәнделәр. Әммә улар Алланың рөхсәтенән башҡа бының менән бер кемгә лә зарар килтермәнеләр. Улар, үҙҙәренә зыян килтереп, файҙа бирмәй торған нәмәгә өйрәнделәр, һәм улар быны һатып алған кешенең киләсәк тормошта өлөшө булмауын беләләр ине. Үҙ йәндәре бәрәбәренә һатып алған нәмәләре насар булды. Әгәр улар быны белһә ине! |2|102}}

Харам һәм үлтереш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үлтереш харам булып тора, әммә һәр ваҡытта ла түгел: Мосолманды үлтереү ниәте менән һөжүм иткән кешене үлтереү (мосолманмы ул, башҡа дин кешеһеме); йәлләттең (палач) бурысына ярашлы үлтереүе; Йыһат ваҡытында кафыр һуғышсыны үлтереү рөхсәт ителә.

Йән эйәләрен яуыз ниәт менән, бер мәғәнәһеҙгә үлтереү ҙә харам булып тора. Хәләл ит өсөн үлтерелгәндә, йә зарар килтергәндәрен үлтереү харам булмай.

Аҙыҡ-түлектә тыйыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыйылған ризыҡтарҙы, тәү сиратта сусҡа итен ашау харам булып тора. Сусҡанан алынған йә ите ҡушылған бар төр ризыҡ, шул иҫәптән, желатин да харам һанала. Бөжәктәрҙән алынған тәбиғи буяуҙар (мәҫәлән, кармин) шулай уҡ харам булып тора.

Һуңғы осорҙағы ғөләмәләр харам мәғәнәһенең концепцияһын ентекле эшкәрткән. Улар ике төр харамды билдәләй: 1) харам золми — быныһы сит кешеләргә ҡарата ҡылынған харам (мәҫәлән — урлашыу); 2)харам ғәйре золми — кешенең үҙенә генә зыян килтергән харам ғәмәл (мәҫ., ярамағанды ашау)

Ислам ҡанундары буйынса, харам золми ҡылыусы зыян күргән кеше ғәфү иткән осраҡта ғына Аллаһ тарафынан ғәфү ителә. Әгәр инде кеше харам ғәйре золми ҡылған булып, тәүбәгә килһә һәм харамды ҡабатламаһа, Аллаһ тарафынан ғәфү ителеүе ихтимал.