Эстәлеккә күсергә

Шиғый-ун икеселәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шиғый-ун икеселәр
ғәр. اثنا عشرية
фарс. شیعه دوازده‌امامی
Рәсем
Пиктограмма
 Шиғый-ун икеселәр Викимилектә

Шиғый-ун икеселәр йәки иҫнәғәшәриҙәр (ғәр. الشيعة الإثني عشرية‎) — Иран, Әзербайжан, Ираҡ, Бахрейн һәм Ливанда киң таралған шиғый ислам йүнәлеше.

Улар башҡа илдәрҙә лә осрай. Был йүнәлеш тарафдарҙары, үҙҙәренең рухи етәкселәре итеп, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы һәм яҡын сәхәбәһе — Али ибн Әбү Талип нәҫеленән 12 имамды таныйҙар. Улар инаныуынса, ун икенсе имам бәләкәй ваҡытында, 873—874 йылдарҙа, юғала һәм уның Мәхди булараҡ ҡайтыуын көтәләр. Риүәйәттәр буйынса, ул Мәккәлә (Ҡәғбә янында) пәйҙә булырға тейеш.

Бөгөнгө көндә исламдың был тармағында 150-нән 200 миллионға тиклем диндар иҫәпләнә.

Рәсәйҙә шиғый-ун икеселәр — әзербайжандар, таттар, шулай уҡ лезгиндәрҙең бер өлөшө (Мискинджа ауылы һәм Дербент — Дағстанда). Шиғыйҙарҙың «фарсы» мәсеттәре XIX быуатта Әстерханда һәм Владикавказда төҙөлә. Әлеге ваҡытта общиналар Рәсәйҙең Мәскәү («Инам» мәсете һәм Иран илселеге ҡарамағындағы мәсет), Санкт-Петербург, Екатеринбург, Әстерхан ("Баҡы"мәсете) кеүек ҙур ҡалаларында теркәлгән[1][2].

Шиғый-ун икеселәр мәсеттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Желтов А. А. Шииты // Современные верования и конфессии в России: справочник. — Вологда: ВИПЭ ФСИН России, 2017. — С. 124—128. — 162 с. — ISBN 978-5-94991380-2.
  2. Попов И. Н. Гл. 1.3.3. Шииты (имамиты и исмаилиты) // Справочник всех религиозных течений и объединений в России. — 2016.