Ғәдир хәҙисе
Ғәдир хәҙисе | |
Урын | Ghadir Khumm[d] |
---|---|
Ғәдир хәҙисе Викимилектә |
Ғәдир хәҙисе — (ғәр. ﻏﺪﻳﺮ ﺧﻢ — Ғәдир Хүм: Хүм һаҙлығы йәки быуаһы; рус. Гадир Хумм) — Мәккә менән Мәҙинә араһындағы Хүм быуаһы[1] янында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләре алдында вәғәз менән сығыш яһауы тураһындағы хәҙис.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пәйғәмбәр вәғәз барышында үҙенең ике туған ҡустыһы һәм кейәүе Али ибн Әбү Талип тураһында былай тип иғлан иткән: «Кемдең мәүләһе — Мин, уның мәүләһе — Али».
Был ваҡиға тураһында хәҙис төрлө йыйынтыҡтарҙа, шул иҫәптән сөнниҙәр өсөн абруйлы Сәхих әл-Бохари, Сәхих Мөслим,Әт-Тирмизи сүнәне, Ибн Мәжа сүнәне, шулай уҡ Китаб фидаил әс-сәхәбә, Мүстәдрәҡ Әл-Хәкимә, Яҡуби "Тарихтар"ы , Фәхретдин әр-Рази һәм ән-Нәйсәбуриҙың Ҡөрьән тәфсирҙәрендә килтерелә. Әммә был хәҙискә шиғый мосолмандарҙың тәғлимәтендә ҙур әһәмиәт бирелә, улар уны Али ибн Әбү Талиптың имамлыҡ һәм виләйәтенең мөһим дәлилдәренең береһе һәм Алиҙың Мөхәммәттән һуң мосолман общинаһын етәкләргә һәм был ваҡиғаның йыллығын ғәйет әл-Ғәдир булараҡ билдәләргә тәғәйенләнеүе тураһында аныҡ күрһәтмә тип иҫәпләй.
Шул уҡ ваҡытта сөнни йәмғиәт был белдереүҙе Мөхәммәттең Алиға ҡарата хөрмәтен раҫлаусы ябай дәлил тип ҡарай.
Иран ғалимы Джафар Субхани үҙенең "Ислам тәғлимәте принциптары " тигән китабында Ғәдир хәҙисен 110 сәхәбә, 89 тәбиғин (сәхәбәләр артынан килгән быуын) һәм 3500 сөнни ғалим һүҙҙәренән тапшрыуын билдәләгән.
Ваҡиғаларҙы шәрехләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөнниҙәр күрһәтелгәндәр хәҙистәрҙе, аяттарҙы һәм иңеү шарттарын таный, әммә уларҙа һүҙ Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Али ибн Әбү Талиптың абруйын таныу тураһында ғына бара, тип иҫәпләй[2].
Шиғыйҙар үҙ сығанаҡтарында кешеләр йәшәргә яраҡһыҙ тип ташлап киткән Хүм янында үлер алдынан Мөхәммәткә ашығыс иғлан яһау йөкмәтелгәнен, йәки ул был мәлде хәтерҙә ҡалдыртырға теләгәнен, йәки хаж ҡылыусылар үҙ юлдары менән таралыр алдынан уға күп шаһиттар кәрәк булғанлығы менән аңлата[3]. Был аяттарҙы һәм хәҙистәрҙе улар имам Али ибн Әбү Талиб файҙаһына, уның өммәткә етәкселек итеүгә бәхәсһеҙ хоҡуғы барлығына дәлил итеп ҡарай.
Шиғый мосолмандар өсөн 18 зөлхизә, шулай итеп, иң мөһим дини байрамдарының береһе булып тора[1][4].Улар был көндә Кәрбәләгә хаж ҡыла[1][5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Veccia Vaglieri, 2022
- ↑ Tabatabai, 1977, p. 35
- ↑ Haider, 2014, p. 60
- ↑ Amir-Moezzi, 2022
- ↑ Campo, 2009, pp. 257—8
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ghadir Khumm in the Qur’an, Hadith, History Ҡалып:Архивировано
- Джафар Субхани. Принципы исламского вероучения. Москва, «Салам-пресс», 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Veccia Vaglieri, L. G̲h̲adīr K̲h̲umm // Encyclopaedia of Islam, Second Edition.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |