Эстәлеккә күсергә

Хөтбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вәғәз битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хөтбә (ғәр. خطبة‎) — доғалар, шулай уҡ имамдың (мулланың) йома намаҙы, Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа байрамы ваҡытында һөйләгән вәғәзе. Хөтбә шулай уҡ айырым әһәмиәтле (йыһат, аслыҡ, ҡоролоҡ, мур төшкән саҡтарҙа һәм башҡалар) осраҡтарҙа ла уҡылыуы мөмкин[1][2].

Хөтбә һөйләү Мөхәммәт с.ғ.с. тарафынан индерелгән.

Хөтбә

Хөтбә ғәҙәттә Аллаһы тәғәләне, Уның Рәсүлен ҙурлау һәм маҡтауҙан башлана. Йома хөтбәһе ике өлөштән тора, улар араһында имам мөнбәрҙә ултырып ала. Тәүге өлөшө өгөт-нәсихәткә бағышлана, икенсе өлөшө барлыҡ мосолмандарға доға ҡылыуҙан ғибәрәт. Ике өлөшөндә лә шәһәҙәт әйтелә. Тәжрибәле имам хатиб вәғәзен рифмаға һалып һөйләй (хатиб һәм хөтбә һүҙҙәре — тамырҙаш).

Хөтбәне оҙаҡҡа һуҙмау хәйерле һанала. Вәғәз тыңлағанда яҡ-яҡҡа ҡаранмай, башҡа эштәр менән шөғөлләнмәй, тауышланмай ултырырға тейештәр. Хөтбә ваҡытында намаҙ уҡыу ҙа мәҡруһ ғәмәл һанала. Сөнниҙәрҙә йома намаҙында хөтбә һөйләү фарыз[3].

Урта быуаттарҙа урындағы хакимға һәм хәлифәгә сәләмәтлек теләп хөтбә уҡыу ҙа булған[1].

Сәғүд Ғәрәбстанында король Абдул-Әзиз университетыты хеҙмәткәрҙәренең 2014 йылда баҫылып сыҡҡан социологик тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, хөтбә тыңлаусыларҙың яртыһынан күбеһе нимә һөйләнгәнен иҫендә ҡалдырмай. Өстән бере хөтбәләр уларҙың тормошона ыңғай тәьҫир яһай тип белдергән[4].

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылындағы «Өмөт» мәсете. Имам-хатиб хәҙрәт Буранбаев Данияр балалар менән

Башҡорт телендә «хөтбә» һүҙе һуңғы йылдарҙа ғына киң ҡулланышҡа инеп бара. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем күберәк «вәғәз» варианты ҡулланыла ине. Вәғәз — дин әһелдәренең халыҡты өйрәтеп, өгөтләп һөйләгән һүҙе. Ошо һүҙҙән «вәғәзсе» тигән төшөнсә лә яһалған. Башҡорт халҡында никах ваҡытында уҡыла торған доға ла «хөтбә» тип атала[5][6].

Башҡорттарҙың Вәғиз, Вәғизә тигән исемдәре лә вәғәзсе тигәндән алынған. Ул фамилияларҙа ла осрай[7].

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 860 бит
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993—813 бит
  • Т. Кусимова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2010.- 229 бит
  1. 1,0 1,1 БСЭ, 1978
  2. Новиков, 1985, с. 480
  3. Хутба [1]
  4. Более половины прихожан мечетей не помнят содержания хутб. Ислам News (20 март 2014). Дата обращения: 20 март 2014.
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 219-сы бит
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993 — 543-сө бит
  7. Т. Кусимова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2010.- 229 бит
урыҫ телендә
башҡорт телендә
  • Хөтбә һөйләү — һынау тотоу[2](недоступная ссылка); татар телендә
  • Җомга хөтбәсе һәм догалары[3] 2018 йыл 16 апрель архивланған.