Доға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Доға (ғәр. دعاء‎) — Исламда ялбарыу, Аллаһ тәғәләгә мөрәжәғәт итеү; ғибәҙәттәрҙең бер төрө. Доға төрлө шарттарҙа уҡыла. Ғәҙәттә мосолмандар берәй эш башлағанда Алланан ярҙам һорайҙар

Хаж ҡылыусы Ҡәғбә янында доға ҡыла

Мәғәнәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьәндә әйтелгән: "Аллаһы тәғәлә әйткән: Һорағыҙ, Мин һеҙгә яуап бирермен[1]. Хәҙистәрҙә ҡасан һәм ниндәй осраҡтарҙа Аллаһы тәғәләнең рәхимен һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре күп килтерелгән.

Аллаһыға ялбарған ваҡытта мосолман Унан ниндәйҙер ярҙам йәки нимәнәндер ҡотҡарыу һорауы мөмкин; шулай уҡ кеше Аллаһыға мөхәббәтен белдереп доға ҡылыуы мөмкин.

һинд мосолманы доға уҡый

Доға ҡабул булһын өсөн кешенең ғәмәле ошолай булырға тейеш: бары тик Аллаһы тәғәләгә генә ялбарырға; доға шәриғәткә ярашлы булырға; Аллаға ихлас инанырға һәм яуап булырына ышанырға; ҡыйыу һәм ныҡышмал булырға [2].

Доға төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Намаҙҙан һуң уҡыла торған доға — ғәҙәттә ҡулды өҫкә күтәреп уҡыйҙар.
  2. Ҡонотта уҡыла торған доға — фарыз намаҙҙарҙа икенсе рәкәғәттән һуң уҡыла.
  3. Витр намаҙында уҡыла торған доға[3].
  4. Аҙнаның һәр көнөндә уҡыла торған доғалар .
  5. Рамаҙан айында һәр көн уҡыла торған ҡыҫҡа доғалар.
  6. Ҡәҙер төнөндә уҡыла торған доға.
  7. Йыназаға бағышланған доғалар.
  8. Байрамдағы доғалар.
  9. Айырым осраҡтарҙа уҡыла торған доғалар (мәҫәлән: һауығыуҙы, уңышлы никахты, бала биреүҙе, ямғыр ебәреүҙе һәм башҡаларҙы һорау).
  10. Күҙ тейеүҙән һәм сихырҙан доғалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡөрьән Кәрим (башҡортса)[2]
  • Али-заде, А. А. доға // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]