Эстәлеккә күсергә

Кисүә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ислам · Мәсет · Хаж

Ҡәғбә өлөштәре:

1 — Ҡара таш , 2 — Ҡәғбәгә ингән ер, 3 — улаҡ, 4 — шадырван, 5 — әл-хәтим, 6 — мөлтазам, 7 — Мәҡамы Ибраһим, 8 — Шәрҡи, 9 — Йәмәни, 10 — Шами (Сүриә), 11 — Ғираҡи, 12 — Ҡәғбәнең кисүәһе, 13 — тауафтың башланыуын белдереүсе һыҙат, 14 — Мәҡамы Ябраил

Шулай уҡ ҡарағыҙ

әл-ХарамЗәм-зәмҠиблаТауаф Бәни ШайбаҮмрә

Викисклад

Кисүә (рус. Кисва, кисвах, кисуах, ғәр. كسوة‎) — (башҡ. кисүә) Ҡәғбәтулла мәсетенең алтын ептәр менән сигелгән ҡара төҫтәге ебәктән тегелгән ҡәҙимге япмаһы. Ул Ҡәғбәтулла ҡабырғаларын тотош ҡаплап тора. Йылына бер тапҡыр хаж ҡылына торған Зөлхизә айының 9-10 көндәрендә алмаштырыла. Туҡыманың оҙонлоғо 41 метр. Өҫкө өлөшөнөң яҫылығы 95 см, ә оҙонлоғо 47 метр.

Кисүә мамыҡ ҡушылған ҡара ебәктән тегелә һәм 8 өлөштән тора. Өҫкө яғында Ҡөрьән Кәримдән аят сигелә( 3:96).

1910 йылғы кисүә. Мәккә, Осман империяһы.
« Ысынлап та, кешеләр өсөн һалынған Бәккәләге беренсе өй — мөбәрәк һәм ғәләмдәргә юл күрһәтеүсе!
Әлү Ғимран 3:96 (Байышев)
»

Был аяттан тыш ( 3:96) кисүәлә йәнә Ҡөрьәндең йәнә ете сүрәһе сигелә (3, 9, 18, 19, 20, 39, 67). Ҡәғбәтулла япмаһында шулай уҡ уға ингән урынды ҡаплай торған шаршау бар. Ул да ебәктән тегелә һәм Ҡөрьән аяттары сигелә. Бер кисүәгә 670 кг ебәк һәм 150 кг алтын менән көмөш китә[1]. Кисүә тегә торған махсус оҫтахана бар.

Тышҡы медиафайлдар
Видео о Кисве
Ҡәғбә япмаһын алмаштырыу

Риүәйәттәргә ярашлы, Исламға тиклем үк Ҡәғбәтуллаға япма ябыуҙы химьярит батшаһы Әсәд әл-Камил башлаған тип һанала. Мөхәммәт Пәйғәмбәр осоронда кисүәне Йәмәндә тегәләр, мәгәр Үмәр хәлифә заманында уҡ кисүәне Мысырҙа тегә башлайҙар. Мәмүн хәлифә ваҡытында кисүәне йылына өс алыштыралар , әл-Мөтәүәкил һәр ике ай һайын яңы кисүә ебәреп торған. 1927 йылға тиклем бик күп быуаттар буйы Ҡәғбәтулла япмаһын Мысырҙан ебәреп торалар. Мәгәр шунан һуң Сәғүд Ғәрәбстанының беренсе короле Әбд әл-Әзиз ибн Сәғүд Ҡәғбәтулла япмаһын тегә торған оҫтахана астыра. Фабрикала 240 туҡыусы, улар тик ирҙәр генә. [1]. Был фабрика йылына ике япма әҙерләй, уның береһе һаҡлыҡҡа эшләнә. Иҫке кисүәне сисеп алғас, ул Бәни Шәйбә|Ҡәғбәтулланы һаҡлаусылар һәм Мәккәнең шәрифе ҡарамағына тапшырыла.

Һижрә буйынса 950 йылда (1543/44 йылдар) кисүәлә Ҡәғбәтулла ишегенә айырым шаршау эшләй башлайҙар. Ул ситара тип атала һәм дәүмәле 2,3м х 4,8 м тәшкил итә. Шаршау ҡара һәм алтын ерлек араһында ҡыҙыллы-йәшелле төҫтәр менән балҡып тора. Уны тәүге тапҡыр төрөк солтаны Сөләймән I эшләтә,һәм күп йылдар дауамында ошо рәүеше һаҡланып килә. Раритетты Дубайҙағы "Цивилизациялар киҫелеше музейы"нда күрергә мөмкин.

Кисүәне сисеп алғандан һуң уны үҙ иленә, төбәгенә алырға дәғүә итеүселәр күп була. Рәсәйҙә лә кисүәнең бер өлөшө бар. Уны Сәғүд Ғәрәбстанының Рәсәйҙәге илсеһе 2008 йылдың декабрендә Рәсәй ислам институтының 10 йыллығы һәм Ҡорбан байрамы айҡанлы Ҡазандағы Ҡол Шәриф мәсетенә тапшыра.