Әт-Тәшриҡ көндәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әт-Тәшриҡ көндәре (ғәр. أيام التشريق) — Ҡорбан байрамының дауамы, мосолман календары буйынса зөлхизә айының 11-енән алып 13-өнә тиклем дауам итә. Байрам үҙе зөлхизә айының 10-да үткәрелә. Был ай мосолмандар өсөн изге ай, сөнки ошо ваҡытта пхаж ҡылына.

Хажға килеүселәр Ғәрәфә тауында торғандан һуң Мина үҙәненә йүнәләләр, бында улар шайтанды һынландырған өс бағанаға (хәҙер уны диуар итеп киңәйткәндәр) таш ташлайҙар. Етешәр таш ташлана торған был бағаналар ошолай атала: беренсе джәмрә (әл-джәмрә әл-үлә), йәки Кесе джәмрә (الجمرة الصغرى|әл-джәмрә әс-сүғра);урта джәмрә (الجمرة الوسطى|әл-джәмрә әл-вуста);ҙур джәмрә (ғәр. الجمرة الكبرى‎), йәки акаба джәмрәһе (جمرة العقبة|джәмрә әл-Акаба)

Минала хаж ҡылыусылар әт-Тәшриҡтең тәүге төнөн үткәрә, иртән йәмәғәт менән сабах намаҙын уҡыйҙар, бынан һуң Аллаһ тәғәләгә тәкбир әйтәләр. Әт-Тәшриҡтең өс көнөндә лә шайтандарға таш бәреү дауам итә. Беренсе кәндә Кесе джәмрәгә ете таш ташлап ҡайталар, ә икенсе һәм өсөнсө көндәрҙә бер юлы өсөһөнә лә етешәр таш ташлайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Аййам ат-Ташрик (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы - Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]