Сәфәр
Уҡыу көйләүҙәре
Сәфәр( صفر )— һижри иҫәп менән икенсе ай.
Һ | М | Беренсе көн | Аҙаҡҡы көн |
---|---|---|---|
1431 | 2010 | 16 ғинуар | 14 февраль |
1432 | 2011 | 5 ғинуар | 3 февраль |
1433 | 2011 2012 | 26 декабрь | 23 ғинуар |
1434 | 2012 2013 | 14 декабрь | 12 ғинуар |
1435 | 2013 2014 | 4 декабрь | 1 ғинуар |
1436 | 2014 | 23 ноябрь | 22 декабрь |
1437 | 2015 | 13 ноябрь | 11 декабрь |
Сәфәр айы |
Сәфәр һүҙенең мәғәнәһе ике төрлө аңлатыла. Беренсеһе — һары сифатынан, сөнки тәү тапҡыр сәфәр айы башланған саҡта, тәбиғәттең һары ваҡытына тура килгән. Икенсе мәғәнәһе — сифр, йәғни буш, ноль.
Был ай тураһында хөрәфәттәр ҙә бик күп.Яһилиәт заманында йәшәгән ғәрәптәрҙә төрлө хөрәфәттәргә ышаныу көслө була. Сәфәр айын шомланып ҡаршы алғандар, сәфәр сығырға ҡурҡҡандар.
Сәфәр айы тураһында пәйғәмбәребеҙ Мостафа салаллаһу ғәләйһис-сәләм : "Сәфәр айының хәүеф-хәтәре исламда юҡ" - тигән.