Эстәлеккә күсергә

Ғәрәфәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәрәфә (тау) битенән йүнәлтелде)
Ғәрәфәт
ғәр. جَبَل عَرَفَات
Рәсем
Тау һырты Сарават[d]
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны
Административ-территориаль берәмек Мәккә[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 454 метр
Карта
 Ғәрәфәт Викимилектә

Ғәрәфәт (ғәр. عرفات‎) — Мәккәнән 20 км алыҫлыҡтағы тау. Тап ошо тауҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм үҙенең һуңғы вәғәзен һөйләгән. Ғәрәфәт тауының ҡайһы урынында доға ҡылһаң да ярай, әммәМөхәммәт Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе Рәхмәт тауы ҡаялары өҫтөндә вәғәз һөйләгән.

Ғәрәфәттәге Мөхәммәт Пәйғәмбәр вәғәз һөйләгән Рәхмәт тауы түбәһе - Жәбәл әр-Рәхмәләге иҫтәлекле таш

Мосолман риүәйәттәре буйынса йәннәттән ҡыуылған Әҙәм менән Һауа Ғәрәфә тауы янында осраша. [1].

Оҙонлоғо 11 км самаһы, ә киңлеге – 6,5 км. Үҙәндең уртаһында 70 метр бейеклектәге Ғәрәфәт тауы ҡалҡып тора. Артыҡ бейек булмаһа ла, был урын өсөн ярайһы ҡалҡыу, уның түбәһенән бар тирә-яҡ күренеп тора. Тап шуның өсөн дә уны ғәрәпсә "әрәфә" һүҙе менән атағандар, был һүҙ "күҙәтеү", "таныу" мәғәнәһендә ҡулланыла.

Төньяҡтан Ғәрәфәт тау һырттары менән сиктәш. Ул яҡтан килер өсөн хажиҙарға Мәзәмәйн тигән тарлауыҡ аша үтергә кәрәк. [2]

Хаж юлъяҙмаларында Ғәрәфәт тауы мотлаҡ телгә алына, сөнки унда тороу - хаждың иң мөһим көнө, тажы.

« Ихрам хәлендәге кеше, йәғни мөхрим, теленән тәлбиәне төшөрмәҫкә тейеш. «Ләббәйкә Аллаһүмә ләббәйкә! Ләббәйкә лә шәрикә ләкә ләббәйкә! Иннәл-хәмдү вән-ниғмәтә ләкә үәл мүлк! Лә шәрикә ләк!» - юлда ла, Ҡәғбәтулла янында ла, Ғәрәфәттә торғанда ла, шайтанға таш атырға барғанда ла ошо һүҙҙәр төрлө раса, төрлө милләт кешеләре ауыҙынан яңғырап торҙо.

Беҙ сиктәре һары һыҙат менән билдәләнгән ғәләмәт киң үҙәнгә мегаполис булып теҙелгән сатырҙарҙың береһе эсендә намаҙ уҡыйбыҙ, вәғәз тыңлайбыҙ. Һыҙаттан тышта ҡалыу - ғәфү ителмәҫ хата, сөнки ул тарафтар Ғәрәфәт тауына инмәй. Ошо тауҙа тороу иһә хаждың иң мөһим ғәмәлдәренең береһе.Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҙә: «Хаж - ул Ғәрәфәт тауында ғибәҙәт ҡылыу», - тип әйткән. Сиккә тура килгән бер мәсет тә бар икән бында, уның бер яғындағы хаж ғибәҙәте дөрөҫ була, һыҙаттан тышта ҡалғанында - юҡ!

Ғәрәфәт тауының ҡайһы урынында доға ҡылһаң да ярай, әммә Мөхәммәт Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе Рәхмәт тауы ҡаялары өҫтөндә вәғәз һөйләгән. [3]

»


  1. Мифы народов мира. под ред. С. А. Токарева
  2. Мәзәмәйн [1]
  3. Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы .- Өфө, 2014 - 35,36 биттәр