Ихрам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ихрам кейгән хаж ҡылыусы

Ихрам (ғәр.إحرام ҡотолоу, ваз кисеү, бағышлау) - айырым бер төр кейемде һәм ихрам халәтен аңлата.

Ихрам (кейем)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәккәлә хаж ҡылыусы кейә торған кейем. Ул - етен йәки мамыҡтан туҡып эшләнгән ике буй аҡ туҡыма. Береһе яурын аша тәнгә һалына, икенсеһе билгә урала. Бындай туҡмаға энә теймәгән булырға тейеш. Был кейем элек-электән хажға барыусыларҙың яҡшы ниәт менән сәфәр тотоуын аңлата.Был кейем тулы ғөсөл алып, ихрам хәленә инергә ниәт итеп кейелә. Ихрам кейеме һәр кешенең ихлас ниәттә булыуын һәм Аллаһ алдында тигеҙлеген һынландыра. Ҡатын-ҡыҙ ихрам хәленә инеү ниәтен әйтеп, мөслимәләр кейеменә талаптарға ярашлы теләгән күлдәген кейә. Ихрам халәтенә ингәндә 2 рәҡәғәт намаҙ уҡыла.

Ихрам халәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мосолманға ихрам хәлендә бер ниндәй йән эйәһен дә үлтерергә, ерҙән бер генә үҫемлекте лә йолҡорға, ағас йәки ҡыуаҡ ботаҡтарын һындырырға, сәс алдырырға йәки тырнаҡ киҫергә, ҡырынырға, енси яҡынлыҡ ҡылырға, ләззәткә бирелергә рөхсәт ителмәй.Уға сауҙа һәм донъя эштәренә ҡағылышлы нәмәләр менән шөғөлләнергә ярамай, шулай уҡ ҡатын һората йәки өйләнә алмай.Асыуланыу, кемделер рәнйетеү тыйыла; ҡырыныу, сәс һәм тырнаҡ ҡырҡыу, биҙәүестәр тағыу һәм тартыу шулай уҡ рөхсәт ителмәй.

Ихрам кейгән урын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хаж ҡылыусылар ихрам халәтенә ингән урын миҡат тип атала. Хажға төрлө илдәрҙән киләләр, шуның өсөн уларға айырым ихрам кейеү урыны тәғәйенләнгән. Рәсәйҙән барыусылар ихрамды Мәҙинә миҡатында кейә. Беҙҙең көндәрҙә күптәр ихрамын самолетҡа ултырыр алдынан уҡ кейеп ала

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. Ихрам // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (урыҫ.).
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. - Өфө, 2014. - 232 бит
  • З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://islam-today.ru/blogi/kamil_xazrat_samigullin/mikaty__mesta_vxozhdeniya_v_ixram/

Ислам Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.