Үмрә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ислам · Мәсет · Хаж

Kaaba.png

Ҡәғбә өлөштәре:

1 — Ҡара таш , 2 — Ҡәғбәгә ингән ер, 3 — улаҡ, 4 — шадырван, 5 — әл-хәтим, 6 — мөлтазам, 7 — Мәҡамы Ибраһим, 8 — Шәрҡи, 9 — Йәмәни, 10 — Шами (Сүриә), 11 — Ғираҡи, 12 — Ҡәғбәнең кисүәһе, 13 — тауафтың башланыуын белдереүсе һыҙат, 14 — Мәҡамы Ябраил

Шулай уҡ ҡарағыҙ

әл-ХарамЗәм-зәмҠиблаТауаф Бәни ШайбаҮмрә

Викисклад

Үмрә (ғүмрә тип тә әйтелә)  — кесе хаж. Уны Мәккәлә Әл-Хәрәм мәсеткә барып, ярашлы көндәрҙә ҡылалар. Үмрә матди һәм физик сығымдар талап иткән ғибәҙәт, шул уҡ ваҡытта ул айырым кешегә генә түгел, тотош йәмғиәткә лә файҙалы ғәмәл.

Үмрә һүҙенең мәғәнәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дини әҙәбиәттән күренеүенсә, үмрә һүҙенең ике мәғәнәһе бар. Әз-Зүхәйли, әл-Джазари һәм Мөхәммәт әш-Шәүкәни, «үмрә» һүҙе «барыу ғәмәле», «визит» тип аңлатһа, Әбдел-Хәсән әл-Мәүәрди үҙенең Тәфсирендә «ниәт», «ынтылыш» тип яҙа.[1].

Үмрә — шәриғәти термин булараҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәриғәттәге терминологик мәғәнәһе буйынса үмрә — Әл-Хәрәм мәсетендә тейешле шарттарҙы үтәп ғибәҙәт ҡылыу[1].

Үмрә тураһында ғөләмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фикһ тураһындағы китаптарҙан күренеүенсә, ғөләмәләр, шул иҫәптән имам әш-Шафиғи менән имам Әхмәт ибн Ханбал әйтеүенсә, үмрә хаж кеүек үк фарыз ғәмәл. Аллаһы тәғәлә хаҡына үтәлә торған ғибәҙәт.

Бүтән факиһтар, мәҫәлән, имам Әбү Хәнифә һәм Мәлик ибн Әнәс, үмрәне сөннәт ғәмәл тип һанай. Улар әйтеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр даими рәүештә үмрә ҡылған, тимәк, быны эшләмәгән мосолман Ҡиәмәт көнөндә Пәйғәмбәрҙең яҡлауын ала алмаясаҡ. Был фекер Пәйғәмбәрҙең: «Хаж (һеҙгә) фарыз, ә үмрә — сөннәт (йәғни, теләк буйынса) ғәмәл» тигән хәдисенә тап килә (Ибн Маджа)[2]

Үмрәнең фарыздары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәләки һәм ханбали мәҙһәб ғөләмәләре әйтеүенсә, үмрәнең дүрт фарызы бар, уларҙы үтәмәгән осраҡта ул ғәмәлгә ашмаған тип һанала.

  1. «Әл-ихрам»;
  2. «Тауаф»;
  3. «Сәғи бәйнә әс-Сафа үә әл-Мәрүә».

Хәнәфи мәҙһәб ғөләмәләре былай һанаай:

  • Ихрам — үмрә үтәлгән тип һаналыр шарт;
  • Тауаф — шулай уҡ фарыз. Хажи Ҡәғбәтулланы дүрт тапҡыр урап сығып фарызды үтәй, ҡалған өс тапҡыры — сөннәт.
  • Сәғи — үәжиб ғәмәл[3].

Үмрә ҡылыу ваҡыты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үмрә ҡылыу өсөн махсус ваҡыт билдәләнмәгән, шуның өсөн уны теләгән ваҡытта үтәргә мөмкин. Имам Әбү Хәнифә фекеренсә, ошо биш көндә уны ҡылырға ярамай: Ғәрәфәт тауында торғанда (Зөлхизә айының 9-сы көнөндә), Ҡорбан байрамы көнөндә һәм «тәшриҡ көн»дәрҙә (зөлхизә айының 10-13 көндәрендә) [3].

Хаж һәм үмрәнең шарттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үмрә ҡылыу өсөн мотлаҡ үтәлер шарттар:

  1. Мосолман булыу
  2. Балиғлыҡ (зрелость): бала сағында үтәһә лә, балиғ булғас, кеше яңынан үмрә ҡылырға тейеш, сөнки аңлау кимәле етерлек булмай.
  3. Теүәл аҡыл
  4. Ирекле булыу: ҡолға һәм тотҡонға үтәү мотлаҡ түгел.
  5. Иститғә(т): үмрә ҡылырлыҡ мөмкинлеге булыу

Ғөләмәләрҙең бер өлөшө ҡатын-ҡыҙ үмрәгә мәхрәме менән генә бара ала тип һанай. Икенселәре ышаныслы кешеләр төркөмө менән барыу рөхсәт ителә тигән фекерҙә. Мәгәр әлеге ваҡытта Сәғүд Ғәрәбстаны вәкиллеге мәхрәме булмаған осраҡта 45-тән йәшерәк ҡатын-ҡыҙға хажға виза бирмәй.

  1. Мәхрәм — ире йәки яҡын ир туғаны (уға өйләнергә рөхсәт булмағаны)
  2. Ғиҙҙәт — ире үлгән йәки айырылған ҡатындың икенсегә сығырға ярамаған ваҡыты (дүрт ай 10 көн)[4]. Ғиҙҙәт осоронда ҡатындарға хаж ҡылырға ярамай.[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Каримов, А. М. Умра как ритуальная практика.
  • Ситдиҡова Г. Р.. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
  • Ситдиҡова Г. Р. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 с. (баш.)