Мәсет намаҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мәсет намаҙы — мәсеткә инеү хаҡы итеп уҡылырға тейеш нәфел намаҙ.
Был намаҙ тәхийәтел-мәсжид намаҙы тип атала һәм ике рәҡәғәт итеп уҡыла.
Әйтеп үтеүебеҙсә, мәсеткә инеү түләүһеҙ түгел. Мәсеткә инеү хаҡы — ике рәҡәғәт намаҙ. Мәсет намаҙы ла — нәфел намаҙ.
Әгәр ҙә мәсеткә ингән мәлдә унда берәй намаҙ үтәлә икән, мәсет намаҙы уҡыу тейешле булмаҫ.
Әгәр мәсеткә биш ваҡыт намаҙҙы уҡыр өсөн ингән осраҡта, мәсет намаҙын уҡыу тейешле һаналмай.
Йома намаҙына ниәтләнеп ингәндә, мәсет намаҙы уҡыла. Ниндәй ҙә булһа берәй мәсетте күреп сығыу өсөн генә инәбеҙ икән, ул сағында мәсет намаҙын уҡыу кәрәк.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортса дини календарь (2005 йыл). — Өфө: «Китап», 2004. 376 бит. ISBN5-295-03435-6