Эстәлеккә күсергә

Зекер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Зекер
ғәр. ذِكْرٌ
Нигеҙләү датаһы 631
Рәсем
Атамаһы الذِّكْرُ
Кем хөрмәтенә аталған вспоминание[d]
Культура арабский мир[d] һәм Ислам донъяһы
Урын мир[d] һәм бөтә донъяла[d]
Нигеҙендәге текст Ҡөрьән, Хәҙистәр, Сира һәм тәфсир
Нигеҙендә эшләнгән Үәхи, танзил[d], Ҡөрьән, Сөннәт, Хәҙистәр һәм Сира
Циклдың өлөшө булып тора Taklif[d]
Төп тема Ғибәҙәт (Ислам)
Жанр духовная практика[d], исламская деятельность[d], вербальная коммуникация[d], Mental prayer[d], психик процесс[d], религиозный культ[d], набожность[d] һәм инвокация[d]
Баҫма йәки тәржемә Аль-Азкар ан-Навави[d], Jala' al-Afham[d], Al-Kalimu at-Tayyibu[d], Касида аль-Бурда[d] һәм Касыда аль-Бурда[d]
Автор Исламда Тәңре[d]
Ил Хижәз
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле
Иллюстратор Ябраил һәм Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Персонаждар Исламда Тәңре[d], Мөхәммәт (Пәйғәмбәр), Әһеле Бәйт, Сәхәбәләр һәм Тәбиғиндәр
Һүрәтләнгән объект Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттары, Таухид Имён и атрибутов Аллаха[d], Сифат (Ислам) һәм ширк
Хеҙмәтләндереүсе Мосолмандар һәм суфий[d]
Етештереү урыны Мәккә һәм Мәҙинә
Тасуирлау биттәре thecontemplativelife.org/…
duas.org/Misc/invocation…
inshallah.com/en/blog/pr…
islamweb.net/fr/article/…
medium.com/interfaith-no…
islamonline.net/en/remem…
naqshbandi.org/teachings…
quranreading.com/blog/8-…
Һештег dhikr
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d]
Бүленеп сыҡҡан пение[d]
Вики-проект Проект:Ислам[d]
Отсутствует в унитаз[d][1] һәм ванная комната[d][2]
Өлөшләтә тура килә manifesting[d]
Ҡарата религиозный культ[d] һәм набожность[d]
Природа утверждения Фарыз һәм Нәфел намаҙҙары (сөннәт)
 Зекер Викимилектә
Тәсбих (тиҫбе)
Бармаҡ быуындарын хисаплап зекер әйтеү ысулы

Зекер (ғәр. ذکر‎ — иҫкә алыу‎) — Исламда Аллаһы тәғәлә исемен данлап, ҡат-ҡат ҡабатлап салауат әйтеү. Зекерҙе намаҙ һуңынан әйтәләр, Пәйғәмбәрҙең тыуған көнө — мәүлидендә, дини мәжлестәрҙә йәки яйы килгән һәр осраҡта зекер әйтелә. Экстазға инеп зекер әйтеү Исламда башлыса суфыйсылыҡ йолаһы булараҡ үҫешкән.

Ғәрәпсә «Ҙикр» тип яҙылып, шулай әйтелһә лә, башҡорт теленә иҫке төркиҙән «Зекер» тип килеп ингән.

Зекерҙең башҡа мәғәнәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡында нимәнелер ололап, маҡтап әйтеү ҙә «зекер әйтеү» тип аталыуы мөмкин. Мәҫәлән, халыҡ йырында шундай һүҙҙәр бар:

Зекерем һин, Урал, тәсбихем һин, Урал тиермен гүргә кергәндә[3]

.

Зекер тауыш менән дә (жәһри йә жәли) йәки үҙ алдыңа ғына(хәфи) әйтелеүе лә мөмкин. Шулай уҡ яңғыҙ ҙә, йәмәғәт менән дә башҡарыла.

Дәрүиштәрҙең зекерҙә бейеүе
  • Зекер һүҙе Ҡөрьәндән алынған, ул түбәндәге аяттарҙа телгә алына:
« Һәм әгәр онотһаң, Раббыңды иҫкә төшөр (үзкүр ит), һәм «Ихтимал, Раббым мине туралыҡ яғынан быға ҡарағанда ла яҡыныраҡҡа [юлға] күндерер»,— тип әйт
»

.

« Әй, иманлы халыҡ, Аллаһты һәр ваҡыт иҫкә алы​ғыҙ. (42) Һәм Уны иртә-кис (маҡтап) тәсбих тартығыҙ (үзкүр).
»

.

Аңлашылыуынса, зекер — Аллаһы тәғәләне иҫкә алып, ҡат-ҡат әйтеү,ҙурлап, данлап доға уҡыу. Бындай зекер әйткәндә тәсбих (тиҫбе) ҡулланалар.

Әҙәби әҫәрҙәрҙә лә сағылыш тапҡан был. Мәҫәлән, «Ҡайһы бер кеше ҡиблаға ҡарап ултырып зекер әйтә» (Мәжит Ғафури)[4]

Тәнҡитле сығыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауышланып, хәрәкәтләнеп зекер әйтеү суфыйҙарҙа киң таралған. Улар өс стадия бар тип һанай — тел зекере, йөрәк зекере һәм экстаз. Мәүләүиҙәр, мәҫәлән, экстазға бирелеп өйөрөлөп бейей, рифәийә тәриҡәтенекеләрҙе «олоусы дәрүиштәр» тип йөрөтәләр. Быны йыш ҡына суфыйҙарҙың тормош рәүеше итеп ҡабул итә башлайҙар. Саманан тыш ҡыланып, экстазға бирелеп зекер әйтеүҙе Мөхәммәт 'Әбдү һәм Рәшит Риҙа кеүек реформатор-модернистар тәнҡитләп сыҡҡан.

Иҙел-Урал мосолмандары араһына суфыйсылыҡ килеп ингәс, шулай уҡ хәрәкәтләнеп, тауышланып зекер әйтеү таралып китә. Быны шулай уҡ күптәр ҡабул итмәй.

Татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай Ырымбурҙа бер ҡысҡырып зекер әйтеп өйөрөлөп йөрөгәндәрен күреп, дини фанатизмды тәнҡитләп, «Ишан» тигән шиғыр яҙған:

Күҙен йомған, муйын бөккән, башында салма сорналған;

Кәбән салма кәбәк башта: ишан булған имеш хайуан!

[5]

Шағирҙың замандашы Вафа Бәхтийәров хәбәр итеүенсә, шиғыр «ҡамсылы ишан» тип йөрөтөлгән Миңлебай ишан тураһында.

«Ҡамсылы ишан Фатих Әмирхандарға ҡаршы ғына тора ине… 1907 йылдың ахырында бер көндө кис менән Фатихтарҙа булдыҡ. Беҙ сыҡҡанда, ҡапҡа төбөндә байтаҡ егеүле аттар тора ине. Һораштырғас, ҡамсылы ишандың мөридтәре менән ғибәҙәт мәжлесе икәнен белдек. Беҙ ҙә кереп ҡарарға булдыҡ. Беҙ кергәндә өйҙөң залында мөридтәр иҙәнгә түңәрәкләнеп ултырғандар, түңәрәк уртаһында ҙур салма кейгән ҡамсылы ишан ултыра. Шау килеп, „яһу, яһу, яһу“ дип ҡысҡырып ултырыусылар араһынан бер нисәһе һикереп тооп, шул түңәрәк эсендә ҡысҡырып йөрөй башланы… Түбәндәге шиғыр ҙа шул уҡ Миңлебай — ҡамсылы ишан тураһында яҙылды».[6])

Туҡай [2] 2016 йыл 5 апрель архивланған.

  1. https://aboutislam.net/counseling/ask-the-scholar/dhikr-supplication/dhikr-and-duaa-in-the-toilet-allowed/
  2. https://islamqa.info/amp/en/answers/9286
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге.1-се том. — Мәскәү, 1993. — 350-се бит
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге.1-се том. — Мәскәү, 1993. — 350-се бит
  5. Туҡай [1] 2016 йыл 5 апрель архивланған.
  6. Вафа Бәхтийәров. Туҡай тураһында ҡайһы бер иҫтәлектәр: замандаштары. Казан : Татар. кит. нәшр., 1960. 90 б.