Мөхәммәт Пәйғәмбәр һәм Библия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхәммәт Пәйғәмбәр тураһында Библияла телгә алыныуы тураһындағы дәлилдәр Мөхәммәт өммәтенең (ғәр.:أُمّة өммәт) иртә тарихынан уҡ мосолман йолаларының бер өлөшөнә әүерелгән.

Төрлө ҡараштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолман дин белгестәре раҫлауынса, изге яҙма тексындағы ҡайһы бер өҙөктәр Мөхәммәткә һылтанмалар булараҡ аныҡ билдәләнә ала, мәҫәлән, йәһүди Иҫке Ғәһед, шулай уҡ христиандарҙың Яңы Ғәһеде. Ҡөрьәндәге бер нисә аят һәм бер нисә хәҙис раҫлауынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәр тураһында Ҡөрьәндә яҙылған. Икенсе яҡтан, ғалимдар, ғәҙәттә, был аяттарҙы йәһүд общинаһына ҡараған йә Йәһәүәнең бәнү исраилдәргә йә тоғро община ағзаларына әйткәне менән бәйләй. Варнаваның апокрифик Инжилендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр туранан-тура телгә алыныуын башҡа дин ғалимдары яңыраҡ заманда уйлап сығарылған нәмә тип раҫлай. Шулай уҡ ҡайһы бер мосолман дин белгестәре Яңы Ғәһедтәге Йыуатыусыны (Утешитель) Мөхәммәт с.ғ.с. тип тә таный, ә мәсихсе ғалимдар уны Изге Рухҡа тиңләштерә.Ҡайһы бер христиан әһелдәре иһә, мәҫәлән, John of Damascus һәм John Calvin кеүектәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе Яңы Ғәһедтәге Мәсихкә ҡаршы көрәшеүсе (Антихрист) булараҡ һүрәтләгән.

Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьән 3:81, Ҡөрьән 7:157 һәм Ҡөрьән 48: 29 аяттары был контекста йыш телгә алына. Ҡөрьәндә 61: 6-сы аятында Ғайса пәйғәмбәр тиҙҙән Мөхәммәттең с.ғ.с. киләсәге тураһында һөйөнөслө хәбәр килтереүе тураһында әйтелә. Мосолман тарихсылары һәм агиографтары (мәҫәлән, Ибн Исхаҡ) Мәҙинә халҡы ислам динен ҡабул иткән, сөнки улар был күрәҙәлекәрҙе белгән һәм Мөхәммәтте уларҙы үтәүсе итеп күргән, тип һанай[1].

« Дәхи Мәрйәм уғылы – Ғайса пәйғәмбәр әйтте: “Ий Яҡуб балалары, тәхҡиҡ мин Аллаһуҙан һеҙгә ебәрелгән пәйғәмбәрмен, минән элек иңдерелгән Тәүратты тәсдиҡ иткәнем һәм минән һуң килә торган пәйғәмбәр менән һөйөнсөләгәнем хәлдә – уның исеме Әхмәт (Мөхәммәт). Ғайса пәйғәмбәр уларға аяттар үә мөғжизәләр менән килде иһә, был асыҡ сихыр тинеләр.
»

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡөрьән Кәримдең русса һәм башҡортса тәржемәләре