Ғәҡәбә янында икенсе бәйғәт
Ғәҡәбә янында икенсе бәйғәт | |
Урын | Ғәкәбә (уба) |
---|---|
Ғәҡәбә янында икенсе бәйғәт Викимилектә |
Аллах, поистине, купил у верных
И души их, и их добро,
(Платя) взамен им райским Садом.
Они сражаются на промысле Аллаха;
Разя врагов, и сами сражены бывают,
Как обетовано по Истине Его
Через Закон, Евангелие и Коран.
А кто в обетовании верней Аллаха!
Ликуйте же от выгодного торга,
Который с Ним вы заключили!
Сие — великая удача.
Ғәҡәбә янында икенсе бәйғәт (ғәр. بيعة العقبة الثانيةВторая клятва при Акабе) — был бәйғәтте (антты) 622 йылда 75 Мәҙинә мосолманы (73 ир-егет һәм 2 ҡатын-ҡыҙ) Мөхәммәт Пәйғәмбәргә килтерә. Мәҙинәләр Пәйғәмбәрҙе һәм уның яҡындарын ҡорал ҡулланып яҡларға ант итә. Был ваҡиға «Ғәҡәбәнең икенсе анты» йәки «һуғыш анттары» тип атала. Көнбайыштың ҡайһы бер ислам белгестәре фекеренсә, Ғәҡәбәлә бер генә осрашыу булған, сөнки әт-Табари беренсеһен — «ҡатын-ҡыҙҙар бәйғәтен» генә телгә алған[1]. Ғәҡәбә янындағы икенсе ант тураһында Тәүбә сүрәһенең 111-се аятында әйтелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]621 йылда хаж ҡылыу ваҡытында, Мәҙинәнән 10 хәзрәжи һәм 2 ауси Ғәҡәбә тигән урында уға Пәйғәмбәргә тоғролоҡ антын бирә һәм уның етәкселеген таный. Был ваҡиға «Ғәҡәбә янында беренсе бәйғәт» йәки «диндар ҡатын-ҡыҙҙар анттары» тип атала[1].
Бер йылдан хажға Мәҙинәнең 500 кешеһе килә, улар араһында 75 мосолман (шул иҫәптән ике ҡатын-ҡыҙ) була. Улар йәшерен рәүештә Пәйғәмбәр менән осраша һәм уны, шулай уҡ уның яҡындарын ҡорал менән яҡларға ант итә. Был ваҡиғаларҙан һуң мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп килеүе — һижрәт башлана [2].
Бәйғәт тамамланғас, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ант биргән һәр кем менән ҡул бирешә, тик ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына: «Барығыҙ, һеҙҙең бәйғәтегеҙ ҡабул ителде!» — тип оҙата[3].
Ҡатнашыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдулла ибн Рәүәһа
- Әбү Әйүп әл-Ансари
- Әмер ибн Әл-Жәмүх[4]
- Үбәй ибн Кәгб
- Мүғаҙ ибн Жәбәл
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Encyclopaedia of Islam, 1960—2005
- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Вторая присяга в аль-Акабе . Rasoulallah.Net. Дата обращения: 9 май 2015. Архивировано 18 май 2015 года.
- ↑ Абдулаев, Мухаммадариф Сподвижник Амр ибн аль-Джамух . IslamDag (13 октябрь 2014). Дата обращения: 13 июль 2015. Архивировано 13 июль 2015 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [64 Акаба] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- al-ʿAḳaba / Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |