Ғәкәбә (уба)
Акаба (холм)
Ғәкәбә | |
---|---|
ғәр. العقبة | |
Ил | |
Регион | Хижәз |
Ғәкәбә (ғәр. العقبة; рус. Акаба) — Мәккә һәм Мина үҙәне араһындағы уба. 620-се йылдарҙа Ғәкәбә янында Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәнең бәнү әл-Хәзрәж һәм бәнү Аус ҡәбиләләре вәкилдәренән ант ҡабул итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был урында ислам динен таратыуҙа айырыуса ҙур роль уйнаған ваҡиғалар була. Бында, 621 йылда, хаж ҡылыу ваҡытында, Мәҙинәнән 10 хәзрәжи һәм 2 аусилы Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән осрашып, уға тоғролоҡ анты бирә һәм уның етәкселеген таный. Улар бер Аллаһҡа ышанырға, урлашмаҫҡа, зина ҡылмаҫҡа, яла яҡмаҫҡа һәм балаларын үлтермәҫкә вәғәҙә итә[1]. Был ваҡиға «Ғәкәбәнең беренсе анты» йәки «Ҡатын-ҡыҙҙар анты» тип атала[2].
Бер йылдан һуң йәшерен генә осрашыуға 500 мәҙинәле килә, улар араһында 75 мосолман була (73 ир-ат һәм 2 ҡатын-ҡыҙ). Был ваҡиға «Ғәкәбәнең икенсе анты» йәки « һуғыш анты» исемен ала[2]. Ошо ваҡиғаларҙан һуң мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүе башлана (һижрә)[1].
Бер нисә йылдан, күрәһең, яңы бәйләнештәр һәм йөкләмәләр урынлаштырыу, шулай уҡ исламдың көсәйеүе менән бәйле ике килешеү ҙә үҙ көсөн юғалта[3]. Ҡайһы бер көнбайыш ислам белгестәре, Ғәкәбәлә бер генә осрашыу булған тип иҫәпләй, сөнки әт-Тәбәри тик беренсеһен генә — "ҡатын-ҡыҙҙар анты"н ғына — телгә ала[2].
Әлеге ваҡытта Ғәкәбә хаж ваҡытында шайтандарға таш ырғытыу йолаһы менән бәйле [2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большаков О. Г. Ал-Ансар // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 21. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. [64 Акаба] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- al-ʿAḳaba / Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)