Эстәлеккә күсергә

Хоҙайбиә солохо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хоҙайбиә солохо
Рәсем
Дәүләт Ғәрәп ярымутрауы
Ваҡиға ваҡыты март 628
 Хоҙайбиә солохо Викимилектә

Хоҙайбиә солохо (ғәр. صُلح الحُديبية‎; рус. Худайбийский мирный договор) — 628 йылдың март айында Мәккәгә яҡын урынлашҡан Хоҙайбиә үҙәнендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ һәм ҡорайыштар араһында төҙөлгән солох килешеүе.

Һижри 6-сы йылдың (мил. 628 йылда) мартында Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ кесе хаж — үмрә ҡылыу өсөн Мәккәгә барасағын иғлан итә. 13 мартта хаж ҡылыусылар каруаны Мәҙинәнән сыға. Ҡорайыштар Хәлит ибн әл-Вәлит етәкселегендәге ҡораллы отряд менән һәр яҡлап ҡамасаулай, сөнки үмрә Мәккәгә һөжүм итеү өсөн һылтау булып хеҙмәт итә тип ҡурҡалар. Шунлыҡтан ғибәҙәткә килеүселәр Мәккәгә 24 саҡрым көнбайыштараҡ ятҡан һуғыш тыйылған харам урын — Хоҙайбиә үҙәнендә туҡталырға мәжбүр була.[1].

Мәккәгә һөйләшеүҙәр өсөн ебәрелгән Усман ибн Әффан оҙаҡ ҡайтмай, ҡорайыштар уны үлтергән тигән имеш-мимеш тарала. Мосолмандар ағас аҫтына йыйылып, тоғро булырға, Усмандың үлеме өсөн үс алырға Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ﷺ бәйғәт (ант) итә. Был ант Ридуан бәйғәте исеме ала (ғәр. بيعة الرضوان‎). Тиҙҙән Усман ҡайтып етә һәм мәжүсиҙәр менән мосолмандар араһында 10 йылға Хоҙайбиә солохо төҙөлә[1].

Ант биргән кешеләр башҡа мосолмандарҙың айырым хөрмәтен яулай, ә был хәл булған ағас, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә булғанға тиклем, табыныу урыны булып китә. Ғүмәр ибн Хаттаб ширккә әйләнмәһен өсөн уны ҡырҡтырып ташлата.

Тиҙҙән Усман Ибн Әффан Сүхәйел ибн Әмер менән түбәндәге шарттарҙа килешеү төҙөү өсөн әйләнеп ҡайта:

  • Мосолмандар менән ҡорайыштар араһында һуғыш 10 йылға туҡтатыла.
  • Мосолмандар ҡорайыштарҙы үҙҙәренә күскән мосолмандарҙы кире ҡайтарырға мәжбүр итмәй, ә мосолмандарға күскән ҡорайыштарҙы кире ҡайтара.
  • Быйыл мосолмандар үмрә ҡылмай үҙҙәренә ҡайта, ә киләһе йылда килергә ярай, бының өсөн ҡорайыштар Мәккәне ташлап киткәс кенә мосолмандар Мәккәгә ҡоралһыҙ инәсәк, өҫтәүенә унда өс көн генә ҡаласаҡ.
  • Мөхәммәт йәки ҡорайыштар менән союз төҙөргә теләгән ғәрәптәргә быға рөхсәт бирергә.

Мөхәммәт ҡорайыштар тәҡдим иткән килешеү шарттарын үтәргә ризалаша, ә ҡасҡындар тураһында килешеү пунктын беренсе көндә үк үтәргә тура килә, ҡорайыштарға Сүхәйелдең улын ҡайтарырға тура килә. Килешеүгә ҡул ҡуйғандан Һуң Мөхәммәт сәсен ҡыра[2] һәм ҡорбан килтерергә бойора.

Хоҙайбиәләге килешеү мөһим сәйәси эҙемтәләргә эйә була. Килешеүгә ҡул ҡуйыу мосолмандарҙы ҡорайыштар менән тиң хоҡуҡлы яҡ булараҡ легализациялай һәм мосолмандарға мәккәләр менән тығыҙ аралашырға мөмкинлек бирә. Мәккәләр, үҙ сиратында, Сүриә менән хәүефһеҙ сауҙа итеү мөмкинлегенә эйә була.

Бер йылдан һуң килешеү ҡорайыштар ғәйебе менән өҙөлә.

Ҡөрьәндә Хоҙайбиә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хоҙайбиәлә солох ҡабул ителгәндән һуң, Әл-Фәтх сүрәһе(Еңеү)[3] төшөрөлә, ул ошолай башлана:

« Шикһеҙ, Беҙ һиңә (ий Рәсүл) асыҡ булған еңеүҙе хөкөм иттек
»

Әл-Бәҡара сүрәһенең 196-сы аяты[4]:

« Хажды һәм үмрәне Аллаһ өсөн тамам итегеҙ. Әгәр ҡыйын хәлдә булһағыҙ, ҡорбан хайуандарынан еңел булғанын салығыҙ, ҡорбан үҙенең урынына еткәнсе башығыҙҙы ҡырмағыҙ. Әгәр берәү ауырыу булһа йәки уның башында рәнйеү булһа, уның фидиәһе — ураҙа менән, йәки саҙаҡа менән, йәки ҡорбан менән. Ә һеҙ, именлектә булып, хажға ҡәҙәр үмрә менән файҙаланған булһағыҙ, фидиә — ҡорбан хайуандарынан еңел булғаны. Берәү быны тапмаһа, хаж уаҡытында өс көн ураҙа тотор һәм кире ҡайтҡандан һуң — ете көн. Бына был тулы ун көн була. Был — ғаиләһе «Харам мәсет»тә булмаған кешегә. Алланан ҡурҡығыҙ, шуны белегеҙ: Аллаһ яза ҡылыуҙа көслө!
Әл-Бәҡара 2:196 (Мөхәммәт)
»
  1. 1,0 1,1 Али-заде, 2007
  2. бритьё головы является одним из обрядов паломничества
  3. Әл-Фәтх https://ru.quranacademy.org/quran/48/kul
  4. Әл-Бәҡара https://ru.quranacademy.org/quran/2:196-196/kul