Зәйдиҙәр
Зәйдиҙәр | |
ғәр. الزيدية | |
Карта основного района расселения зейдитов | |
Башҡа исемдәре: |
зайди́йя |
---|---|
Дин: | |
Ағым: | |
Нигеҙләнгән: |
VIII век |
Нигеҙләүсе: | |
Төбәктәр |
С.-З. Йемен, |
Хәҙерге вәкилдәре | |
Вероубеждение: | |
Союзниктар: | |
Зәйдиҙәр (ғәр. الزيدية — әз-зәйди́йя; рус. Зейди́ты) — Зәйди мәҙһәб — исламдағы «урта» шиғый ағымдарының береһенә эйәреүселәр. Ғәрәп хәлифәлегендә VIII быуатта барлыҡҡа килгәндәр. Нигеҙ һалыусыһы — Зәйет ибн Али (Хөсәйен ибн Али ейәне).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйет ибн Али имаматын таныған дини-сәйәси төркөмдәрҙең дөйөм атамаһы — шиғый исламының иң «уртаса» тармағы.
Шиғыйҙар хәрәкәтенең дөйөм йүнәлешенән зәйдилек VIII быуаттың 30-сы йылдарында айырылып сыға, шул мәлдә шиғыйҙарҙың бер өлөшө Али ибн Әбү Талиптың бүләһенең, ә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуаһының — имаматлыҡҡа үҙ хоҡуғын ҡылыс менән иҫбатлау ынтылышын хуплай.
Зәйд Ибн Али 740 йылда Өмәүиҙәргә ҡаршы һуғышта һәләк булғандан һуң зәйдиҙәрҙең берҙәм хәрәкәте бер нисә төркөмгә бүленә[1].
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйдиҙәр Иранда, Ираҡта, Йәмәндә һәм Хижәздә киң таралыу ала һәм зәйди дәүләттәрен төҙөй: Идрисиҙәр Төньяҡ Африкала 789 йылда (926 йылға тиклем йәшәй), 863 йылда Табаристанда (928 йылға тиклем йәшәй), 901 йылда Йәмән территорияһының бер өлөшөндә власть урынлаштыра, унда уларҙың имамдары 1962 йылдың 26 сентябрендәге революцияға тиклем хакимлыҡ итә. Улар Йәмән халҡының ҙур өлөшөн тәшкил итә. XX быуат аҙағына уларҙың һаны 7 миллион кешегә етә.
Тәғлимәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйдиҙәрҙе шиғыйҙарға индерһәләр ҙә, күп мәсьәләләрҙә уларҙың тәғлимәте сөнниҙәрҙекенә оҡшаш. Догматика мәсьәләләрендә зәйдиҙәр сөнни исламға иң тоғро позиция биләй. Башҡа шиғыйҙарҙан айырмалы, зәйдиҙәр «йәшерен» имам тураһында, үҙ инанысын «һаҡланыр өсөн йәшереү» тураһында тәғлимәттәрҙе танымай (таҡыя), бөтә шиғырҙар кеүек антропоморфизмды һәм тәҡдир тураһында ғилемде кире ҡаға. Зәйдиҙәр дин тәғлимәтендә мөтәзилиҙәргә эйәрә.
Имам (община башлығы) Али ырыуынан булырға тейешлеген танып, имамдың илаһи тәбиғәтен инҡар итәләр һәм ҡулдарынаа ҡорал тотоп асыҡтан-асыҡ сығыш яһаған һәр Али нәҫеле (алилы) имам булырға мөмкин тип иҫәпләйҙәр. Улар шулай уҡ төрлө мосолман илдәрендә бер үк ваҡытта бер нисә имамдың йәшәүен ихтималлығын таныған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Зайдиты // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зейдиты // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Прозоров С. М. аз-Зайдийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 73. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Зейдитский мазхаб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |