Важиб
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Важиб (ғәр. واجب; рус. Ваджиб) — ([[Фиҡһ|ислам ҡануниәте) фиҡһтағы был термин тәғәйен дини ҡағиҙәне мотлаҡ үтәү кәрәклеген аңлата, фарыз[1]терминының синонимы [2].
Хәнәфи сөнниҙәр мәҙһәбендә «важиб» һүҙе бик яҡшы мәғәнәгә эйә: был «фарыз» менән «сөннәт» араһында урынлашҡан категория. Был — мотлаҡ үтәлергә тейешле, әммә уның йөкмәткеһе Ҡөрьән һәм сөннәттә фарыз категорияһына инмәгән, асыҡ сағылмаған эш[3][1].
«Важиб» төшөнсәһен хәнәфиҙәр аңлатыуынса: важибты үтәү — сауап, ә үтәмәү — гонаһ, важибты үтәү кәрәклеген инҡар итеү исламдан сығармай[1], йәғни, көфөрлөк түгел.
Важибтың миҫалдары: ҡорбан салыу, төндә витр намаҙ уҡыу, намаҙҙа «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡыу[1]. Шуға ярашлы, хәнәфи мәҙһәбтә «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡымайынса намаҙ ҡылыу мәкруһ тип һанала, ә башҡа ағымдарҙың ғалимдары фекеренсә, бындай намаҙ ҡәтғи ҡабул ителмәй (харам)[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Али-заде, 2007
- ↑ Juynboll, 1991
- ↑ Juynboll, 1991, p. 790
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Ваджиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Th. W. Juynboll. Fard // The Encyclopaedia of Islam / B. Lewis, Ch. Pellat and J. Schacht (eds.). — E. J. Brill, 1991. — Т. 2.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |