Эстәлеккә күсергә

Әр-раий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әр-раий (ғәр. الرأي‎; рус. Ар-рай) — ҡараш, фекер, хөкөм йөрөтөү) — фәтүә сығарған факиһтың үҙ бойондороҡһоҙ фекере йәки хөкөм йөрөтөүе>.

Әр-раий төшөнсәһенең барлыҡҡа килеүе хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб менән бәйле. Ул Ираҡҡа ебәргән ҡаҙый итеп Абдулла ибне Мәсғүдкә Әр-раий тигәнде оҡшашлыҡ буйынса фекер йөрөтөү һәм йәмәғәт файҙаһы тигән мәғәнәлә аңлата. «Риүәйәт яҡлыларға» (әл-хәдиҫ әһелдәре) ҡаршы булараҡ, Ғабдулла ибне Мәсғүд эйәрсендәре «бойондороҡһоҙ фекер яҡлылар» тип атала башлай (әсхәб Әр-раий)[1]..

Әр-раий категорияларының береһе лә прецедентлы хоҡуҡи материалға эйә булмаған һәм Ҡөрьән менән Сөннәт текстарына туранан-тура аңлатма биргәндә килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы хәл итергә мөмкинлек биргән. Улар мәҙһәбтәр араһындағы айырмаларҙы билдәләүсе дәлилдәрҙең береһе булып торған (ихтилаф) .

Мәҙһәбтәр ҡушылғандан һуң Әр-раий төшөнсәһе, ижтиһад төшөнсәһе менән йотолоп, ҡулланылыштан сыға (ҡыяс)[1].

  1. 1,0 1,1 Боголюбов А. С. Ар-рай // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 197.
урыҫ телендә
  • Боголюбов А. С. Ар-рай // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 197. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • М. Абу Захра. Та’рих ал-мазахиб ал-исламийа. 1—2. Каир, [б. г.], 1, 12—21
башҡа телдәрҙә
  • Bravmann M. M. The Spiritual Background of Early Islam. Leiden, 1972, 177—188
  • Uṣūl al-Fiḳh / Calder, N. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)