Эстәлеккә күсергә

Фаҡиһ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Факиһ битенән йүнәлтелде)
Фаҡиһ
ғәр. فَقِيه
ғәр. فُقَهَاء‏
Рәсем
Эшмәкәрлек сфераһы Шәриғәт һәм Фиҡһ
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Факи́һ (ғәр. فقيه‎ — уҡымышлы‎) — Ислам белгесе, дин ҡанундарын, фикһты белгән кеше.

«Факиһ» төшөнсәһе VII быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә. Ул иң башта Хижаз һәм Ираҡтың мәҙһәбтәренең Ҡөрьән һәм Сөннәт нигеҙендә Ислам йәшәү рәүеше ҡағиҙәләрен булдырыу менән бәйле булған. Тәүге факиһтар башлыса ҡала сауҙагәр-кәсепселәр мөхитенән булып, йәшәрлек матди сығанаҡтары дин менән бәйле булмаған. Улар өсөн был дини бурыстарын үтәүҙең бер өлөшө генә булып торған һәм сауаплы эш һаналған. Белем күләме арта барған һайын профессиональ рәүештә фикһ менән шөғөлләнгән белгестәргә ихтыяж арта барған. Уҡытыусылар, эш буйынса юллап йөрөүселәр, рәсми ҡағыҙҙар төҙөп биреүселәр, кәтибтәр (секретарҙар) һәм башҡа белгестәр күбәйгән. Фикһты профессиональ кимәлдә белеү хөкөмдарҙарға (ҡаҙый) һәм чиновниктарға ла кәрәк булған[1].

IX быуатҡа факиһтар ҡала халҡының йоғонтоло абруйлы ҡатламына әүерелгән, хакимдарға улар менән иҫәпләшергә тура килгән. Улар Ислам дәүләтенең сәйәси һәм йәмәғәт тормошона ҙур йоғонто яһаған, уларҙың , сөнки төрлө дәүләт вазифаларына башлыса улар араһынан төп кандидаттар тәғәйенләгәндәр[1].

Факиһтар әле лә йоғонтололоғон һаҡлап килә. Исламдың позицияһы көслө илдәрҙә, факиһтарҙың да йоғонтоһо көслө. тиңләштерелгән Популяр әҙәбиәттә факиһтарҙы шартлы рәүештә руханиҙарға тиңләйҙәр. Хәҙерге заманда факиһтарҙың ниндәй ҙә булһа социаль өҫтөнлөктәре юҡ; бер үк ваҡытта уларға дин фәндәренән тыш, донъяуи эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре менән шөғөлләнергә рөхсәт ителә[1].

  • Боголюбов А. С. факиһ // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 250.
  • Али-заде, А. А. факиһ // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).