Ижтиһад
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ижтиһад (ғәр. اجْتِهَاد — «тырышлыҡ»," ихласлыҡ"; рус. Иджтиха́д) — исламда — дин белгесенең дини-хоҡуҡи комплекс (Фиҡһ) мәсьәләләрен өйрәнеү һәм хәл итеүҙәге эшмәкәрлеге, дин белгесе-мөжтәһид тарафынан файҙаланылған принциптар, аргументтар, ысулдар һәм алымдар системаһы, шулай уҡ ғалимдың (мөжтәһидтең) дини-хоҡуҡи сығанаҡтарҙы белеүҙәге, интерпретациялауҙағы абруйы кимәле[1]
Ижтиһад тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йола буйынса, ижтиһад Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ үҙе тере сағында уҡ көрәштәштәре (сәхәбәләр) араһында барлыҡҡа килгән, улар камил ижтиһад эйәләре тип һанала.
Ижтиһад йүнәлешле эшмәкәрлек төрө булараҡ беҙҙең эраның VII быуаты аҙағында, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ һүҙҙәре һәм ғәмәлдәренә (хәҙистәр) һылтанып, сәхәбәләрҙең һүрәтләүҙәрендә айырмалар (ихтиләф) табылған ваҡытта барлыҡҡа килгән.
Шулай уҡ өммәттең үҙгәргән тормош шарттарында төрлө хоҡуҡи проблемалар килеп тыуа. Шуға күрә элеккеләр хәл итмәгән йәки яңы килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе исламға таянып хәл итеү ижтиһадтың төп маҡсаты булған.
Хәлифәттең ғалим-ғөләмәләре йәшәгән Мәккә, Мәҙинә, Әл-Күфә, Бәсра, Бәйрүт, Дамаск кеүек ҙур ҡалалары ижтиһадтың төп үҙәктәре булып тора[1].
XIX быуатта исламда реформатор ағымдары барлыҡҡа килеү менән ислам принциптарын бөгөнгө тормош позицияларынан ҡайтанан ҡарау өсөн «ижтиһад ҡапҡаларын асыу», йәғни ижтиһадты тергеҙеүгә йүнәлтелгән тенденциялар барлыҡҡа килә. Әммә ислам йәмәғәтселеге яғынан был тенденциялар киң хуплау тапмай[1]. башҡаларҙан айырмалы рәүештә сөнни-хәнбәлиҙәр һәм шиғый-жәғәфәриҙәр "ижтиһад ишектәре асыҡ тип һанай[2]. Шуға күрә исламдағы бөтә реформатор тәғлимәттәре, йәдидтәрҙән башҡа, үҙҙәрен хәнбәли йәки шиғый тип һанай[3].
Этимологияһы (ижтиһад һәм мөжтәһид)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижтиһад һүҙе ғәрәп телендәге йыһат (жиһат) һүҙе менән тамырҙаш, һәм уға ошондай талаптар ҡуйыла[4]
- Тырышлыҡ, ихласлыҡ, күңел биреп эшләү.
- Белемдең юғары баҫҡысына өлгәшеү һәм ҡайһы бер юридик-дини мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итеү хоҡуғын алыу.
- Үҙ аллы ижад, сығанаҡтар буйынса ирекле тикшеренеү.
Мөжтәһид тә тамырҙаш һүҙ булып тора (ғәр. مُجْتهِد), һәм уға ла шундай уҡ талаптар ҡуйыла[4].
Иджиһадтың асылы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижтиһад хоҡуҡи сығанаҡтарҙы һайлауҙа, уларҙы баһалауҙа, уларҙың нисбәтен билдәләүҙә, аргументтарҙы һәм алымдарҙы һайлап алыу һәм классификациялауҙа, мәсьәләләрҙе ҡарауҙа һәм уларҙы хәл итеүҙең типлы формулаларын эшләүҙә, ә был ҡарарҙар ысынбарлыҡ менән тап килмәһә — компромистар эҙләүҙә тора[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Боголюбов А. С. Иджтихад // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 91-92.
- ↑ Ислам классический: Энциклопедия. — Litres, 2014-10-24. — 408 с. — ISBN 9785457435179.
- ↑ Иджтихад // Islamist
- ↑ 4,0 4,1 Баранов Х. К. Арабско-русский словарь: Ок. 42000 слов.: Под ред. В. А. Костина. М., 2001. — 944 с. — ISBN 5-901278-01-1 — С. 144—145.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иджтихад / Бобровников В. О. // Железное дерево — Излучение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 700. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 10). — ISBN 978-5-85270-341-5.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |