Ихтиләф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ихтиләф (ғәр. اختلاف‎ — фекер айырмалығы; рус. Ихтиля́ф) — ислам фәнни-дини фекер айырмалығы, ижмәнең киреһе.

Ҡөрьән һәм Сөннәттең мәғәнәһе асыҡ һәм уларға ҡарата бер нисә фекер йөрөтөп булмай торған тәғлимәт нигеҙҙәренә ҡарата ихтиләф тыйыла. Исламдың төп сығанаҡтары Аллаһтың аныҡ һәм асыҡ билдәләре буйынса ихтиләфкә төшкән йәмәғәттәрҙе әленән-әле ғәйепләп сыға. Ислам практик һәм хоҡуҡи характерҙағы ҡайһы бер икенсе дәрәжәләге мәсьәләләр буйынса, шулай уҡ кәләмдең аныҡ аңлатмаһы булмағанда, тәү сығанаҡтарҙың положениелары был мәсьәләләргә ҡарата аныҡ аңлатма бирмәүе йәки төрлөсә аңланыуы мөмкин икән, ихтиләф барлығын таный[1]

Фекер айырмалығы һәм ҡапма-ҡаршылыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбү әл-Бәҡи әл-Кәфәви (ғәр. أبو_البقاء_الكفوي‎) «Көллиәт» китабында фекер айырмалығы (ихтиләф) һәм ҡапма-ҡаршылыҡ (хилаф) араһындағы айырманы аңлата:

1) Фекер айырмалығы — әгәр ҙә юлдары төрлө, мәгәр маҡсаты бер булһа; әгәр юл да, маҡсат та айырыла икән, был ҡапма-ҡаршылыҡ (хилаф).

2) Фекер айырмалығы — иҫбатлауға нигеҙләнгән, ә ҡапма-ҡаршылыҡ — иҫбатлауға нигеҙләнмәгән нәмә.

3) Фекер айырмалығы — шәфҡәтлелек эҙемтәһе, ә ҡапма — ҡаршылыҡ — яңылыҡтар (бидғәт) эҙемтәһе .

4) Әгәр ҡаҙый ҡапма-ҡаршылыҡ нигеҙендә (хилаф) ҡарар сығара икән, ошо уҡ мәсьәлә башҡа судья алдында ҡуйылғанда, ул был ҡарарҙы юҡҡа сығара ала, сөнки бындай мәсьәләләрҙә ҡапма-ҡаршылыҡ күҙәтелә һәм ижихад булыуы мөмкин түгел, шулай уҡ был Ҡөрьәнгә лә, Сөннәткә лә, ижмәгә лә ҡаршы килә. [1]

Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Улар Ҡөрьән тураһында уйлап ҡарамайҙармы икән ни? Әгәр ул Аллаһынан түгел, башҡанан булһа, улар унда күп ҡаршылыҡтар табыр ине.
»
« Әгәр һинең Раббың теләгән булһа, Ул кешеләрҙе бер өммәт яһаған булыр ине. Улар иһә бәхәсләшеүҙән туҡтамайҙар.
»
« Улар араһында төрлө фирҡәләр һүҙ көрәштерә. Һәм Бөйөк көндөң күренешенән кафырҙарға ҡайғы буласаҡ!
»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Али-заде, А. А. [143-144 Ихтиляф] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]